Олимпия уйындарына бәйле яңылыҡтар донъяның киң мәғлүмәт сараларында төп урындарҙы алып тора

Шереметьево аэропортында Рәсәй йыйылма командаһын Рио-де-Жанейрола үтәсәк Олимпия уйындарына оҙатыу тантанаһы үтте.Унда милли команданың 70 ләгән спортсыһы ҡатнашты. Кисә Кремлдә Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар һәм был уйындарҙан ситләштерелеүселәр менән Рәсәй президенты ла осрашты. Рәсәй еңел атлеттары  Риолағы Олимпиадала милли федерацияны дисквалификациялау сәбәпле ҡатнашмаясаҡ. Унда сит илдә йәшәгән һәм күнекмәләр үткәргән Дарья Клишина ғына сығыш яһай. Рәсәй телеканалдары, әлбиттә, Олимпиаданан тура тапшырыуҙар алып барасаҡ. Әммә ярыштарҙан иң көслө спортсыларҙы ситләштергәс, алтын миҙалдарҙың ҡиммәте булырмы?  



Последние новости

Яндекс.Метрика