Башҡортостандың радио һәм телевизион тапшырыуҙар үҙәгенә бер йыл тулды

Байрам уңайынан үҙәк дауаханала ятҡан кескәйҙәргә бүләк тапшырҙы. Башҡорт дәүләт медицина университетына ҡараған балалар дауаханаһында ла хәҙер цифралы телевидение бар. Кескәйҙәр яратҡан фильм-йәнһүрәттәрен яҡшы сифатта ҡарай ала.“Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙары селтәре”нең тәүге телевизион сигналы Белорет ҡалаһында бер йыл элек үк бирелгәйне.  Был тапшырғысты көйләү менән республиканың күп райондары сифатлы   тапшырыуҙар ҡарай башланы. Аналог сигналдан цифралы телевидениеға күсеү бер ни тиклем ваҡыт бергә барасаҡ. Һуңынан, Республика халҡының 95 проценты һанлы телевидениеға күскәс, аналог сигналдартапшырыу туҡтатыласаҡ.Башҡортостан халҡы телеканалдарҙы юғары сифатта, абонент түләүһеҙ ҡарай ала. Республиканың ҡатмарлы географик рельефы арҡаһында бихисап һанлы тапшырыу объекттарын төҙөргә кәрәк, ти белгестәр. Объекттар һаны буйынса ул илдә иң ҙур төбәктәрҙең береһе буласаҡ.Был технологияның тағы бер өҫтөнлөгө – тапшырыу диапозонын киңәйтеү. Белгестәр әйтеүенсә – һанлы телевидение тамашасы менән кире бәйләнеш булдырыу форсаты ла бирә.



Последние новости

Яндекс.Метрика