Юлдарҙа аҡса өсөн ҡаты алыштар бара

Пассажирҙар ташыу тураһындағы яңы федераль закондың үҙ көсөнә инеүенә ике аҙна ғына ваҡыт үтһә лә, легаль булмаған маршрутта эшләүселәр ҡанунды урауҙың  яңы юлын  тапты.  Хәҙер ялған маршрут ҡағыҙҙары бар. Тап ошондай документтар ярҙамында водителдәр ҙур штраф түләмәйенсә, дәғүәселәрен ҡурҡытырға ниәтләй. Был видеояҙма әлегә беренсегә күрһәтелә. Видеотеркәүес төшөргән кадрҙарҙа — дәғүәселәр һуғышы.  Автобустарҙың саҡ бәрелмәүенән һуң, водителдәр салон тулы пассажирҙар күҙ алдында йоҙроҡ һуғышына күсә.  Ә быныһында иһә маршрут таксийы ҙур автобусҡа саҡ төкөмәй.  Тик хәҙер уларға көлкө түгел.  Маршрут хужалары ғауғаһы  ҙурайғандан ҙурая. Был бизнес аҡсаға бәйле. Виктор Искалин әйтеүенсә,  легаль булмаған ташыусылар майлы урынды былай ғына ташлап китмәйәсәк.  Водителдәр үҙҙәре лә ҡурҡыуҙа. Тик рөхсәтһеҙ эшләгән өсөн штрафтар  уларҙы туҡтатмай. Шулай уҡ улар тыйыуҙы ла урау юлдарын тапҡандар.  Был маршрут ҡағыҙы рәсми документҡа оҡшаһа ла – ул ялған.  Муниципаль идаралыҡ  етәсеһе ҡултамғаһы урынына  ниндәйҙер эшҡыуар имзаһы.  Ялған документ менән йөрөгән водитель пассажирҙар ғүмере өсөн яуап бирмәй. Улар шулай уҡ һалым түләмәй. Тимәк, улар юлдар төҙөү, ҡаҙнаны тулыландырыуға өлөш индермәй. Белгестәр фекеренсә, яңы закон әле һынау ғына үтә. Республикала иһә хәлдәр яҡын ара үҙгәрәсәк тип әйтеп булмай. 



Последние новости

Яндекс.Метрика