Бөгөн республика башлығы Затон күпере төҙөлөшө менән танышты

 Бында эштәр тамамланыуға бара.  Эшселәр алдына ҡуйылған төп маҡсаттарҙың береһе – яңы технологияларҙы ҡулланып сифатлы асфальт һалыу. Рөстәм Хәмитов юл япмаһы кәмендә ун йылға етергә тейеш, тип билдәләне. Финанс яғына килгәндә, күперҙәр төҙөү ҡиммәткә төшә. Төбәк бюджетынан Затон күперен төҙөүгә 5 миллиард һум ҡаралған. Республиканың мөрәжәғәтенә ыңғай яуап ҡайтарып, Рәсәй хөкүмәте федераль бюджеттан миллиард ярым һум бүлгән. Шулай уҡ, икенсе ярты йыллыҡта “Башнефть”тән бүленәсәк 7 миллиардлыҡ дивидент та республика ихтыяжында ҡулланыласаҡ, тине Рөстәм Хәмитов. Сентябрь айында яңы күперҙе һынап ҡарау эштәре башлана. Барыһы ла планға ярашлы булһа, октябрь урталарында ул сафҡа инәсәк. Ә инде 2017 йылда иҫке күперҙе тулыһынса ремонтларға иҫәпләйҙәр. Был пландағы тәүге күперҙәрҙең береһе, киләсәктә башҡа йүнәлештәрҙә лә күперҙәр ярҙамында юлдарҙы бушатыу ҡаралған.



Последние новости

Яндекс.Метрика