Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Илдең Арктикалағы яр буйҙарын һаҡлау өсөн боҙватҡыс кораблдәрҙең махсус төркөмө Рәсәй хәрби-диңгеҙ флотына инеүе ихтимал. Рәсәйҙең төнъяғында хәрби инфраструктураны үҫтереүҙең төп сәбәбе был төбәктә Американың ҡанатлы ракеталар ҡуйылған кораблдәрен урынлашьтырыуға бәйле. 
«Ислам дәүләте» террор төркөмсәһе һуғышсылары Американан алынған заманса ҡорал менән маҡтанып видео төшөргән һәм уны интернет селтәренә һалған. Белгестәр Сүриә оппозицияһы өсөн тәғәйенләнгән ҡоралдың экстремистар ҡулына барып эләгеүенә етди борсолоу белдерә.
Төркиәгә сит ил туристары ағымы 40 процентҡа кәмегән. Рәсәй менән дипломатик конфликттан һәм теракттарҙан  һуң  был илгә ял итергә барырға теләүселәр бөтөнләй юҡ. Төркиәлә милли иҡтисадтың 13 проценты туризмға тура килә. Белгестәр быйыл был тармаҡта килемдең 8 миллиард долларға аҙайыуын күҙаллай.
Мәскәүҙә Францияның “Тоталь” нефть компанияһы етәксеһе Кристоф де Маржери эше буйынса суд ултырышы башланды. Бынан ике йыл элек Маржериның самолеты Внуково аэропортынан осҡанда ҡар таҙартыусы машина менән бәрелешкәйне. Экипаждың өс ағзаһы һәм берҙән-бер пассажир һәләк булды. Кристоф де Маржери Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкциялар менән ҡәтғи риза булмаусы эшҡыуарҙарҙың береһе.

 



Последние новости

Яндекс.Метрика