Хәйриә аҡсалары ҡайҙа китә?

Өфө меценаттары шундай һорау менән беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте. Ҡайһы бер ойошмалар аҡса йыйыу өсөн хатта уҡыусыларҙы йәлеп итеүҙән дә тартынмай. Был иһә  хәйриә эшмәкәрлегенең абруйын ҡаҡшата. Зәғиф булып тыуған, төрлө сирҙәр менән яфаланған балаларға ярҙам күрһәтеү өсөн аҡса йыйыусы үҫмерҙәрҙең автобустарҙа, туҡталыштарҙа күренеүе һуңғы бер-нисә йылда йыш һәм бәлки ғәҙәти хәлгә лә әйләнде. Был күренешкә йәмғиәттә төрлө  ҡараш йәшәй. Күптәр хәләл аҡсаны урамда хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүселәргә биреүҙе төптән хата тип иҫәпләй. Балаларҙың ниндәй ойошма вәкиле булыуы тураһында бер  мәғлүмәт тә еткерә алмауы Елена Михееваны тағы аптырашҡа һала.Мәләүез ҡалаһынан Марк Ярошевский. Еленаның һүҙҙәренә дәлил —  Өфөләге хәйриә фондтарының береһендә ошо балаға ярҙам күрһәтеүҙәре тураһындағы мәғлүмәткә юлығырға мөмкин. Марк Ярошевскийҙың әсәһе  “Лучики солнца” хәйриә фондына ыснлап та ярҙам һорап мөрәжәғәт иттеме икән?Был яуап, әлбиттә, бөтә шиктәрҙе юҡҡа сығара кеүек. Шулай ҙа, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Татьяна Комиссарова үҙе беҙгә шылтыратты.Ярҙам бар. Тик йыйылған аҡсалар тулыһынса әсәгә тапшырыламы, юҡмы – быны бер нисек тә асыҡларға мөмкин түгел, сөнки ҡумталарға аҡса йыйыу тәртибе тулыһынса боҙола.Үҙҙәрен хәйриә фонды вәкилдәре – волонтерҙар тип танытыусы малайҙарҙың етәксеһе — Рәнис исемле егет булып сыҡты. Уның  менән телефон аша бәйләнешкә сыҡтыҡ. Фонд бер ҡайҙа ла теркәлмәгән, тик йәмәғәт башланғыстарында эш алып бара ти егет. Ул аҡса йыйыусы малайҙарҙы ата-әсәләре рөхсәте менән килешеү төҙөгәндән һуң ғына эшкә йәлеп итә. Һалым инспекцияһында белдереүҙәренсә, ойошманың барлығын инспекция сайтында тикшерергә, ә тап хәйриә фонды булыуын Юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестры күсермәһендә  һәм Юстиция министрлығында асыҡларға мөмкин. Кешеләрҙең ауыр хәлдә ҡалыуынан файҙаланып еңел аҡса эшләргә теләүселәр хәйриә фондтарының абруйын төшөрә. Ысын күңелдән  ярҙам итергә теләүсе кешеләрҙең фондтарға ышанысын юҡҡа сығара.



Последние новости

Яндекс.Метрика