Республикала эҫе көндәр тора

Киң мәғлүмәт сараларында ла был тема ҡайнар булып ҡала. Эҫенән нисек һаҡланырға, ҡояш һуҡмаһын өсөн нимә эшләргә? Табиптар, ҡотҡарыусылар үҙ кәңәштәрен еткерә. Айырым райондарҙа йәшенле ямғырҙар яуыуға ҡарамаҫтан, көндәр тонсоу. 30-36 градуслыҡ эҫе көтөлә. Был осорҙа, айырыуса, йөрәк сирлеләргә ҡыйынға тура килә. Табиптар уларға күләгәлә күберәк булырға кәңәш итә.  Халыҡ эҫенән ҡасып пляждарға бара. Һыу буйҙары әле халыҡ менән шығырым тулы. Ҡотҡарыусылар уяулыҡты юғалтмаҫҡа, һыу ингәндә ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра. Эҫе көндәр аҙна аҙағынаса торасаҡ.

Яндекс.Метрика