Бөгөн һауа-десант ғәскәрҙәре көнө

Был ғәскәрҙә хеҙмәт итеүселәр ҙә йыл һайын ҡала фонтандарында һыу инә. Эҫенән ҡасып түгел, батырайып алып. Һүҙ бөгөн үҙҙәренең байрамын билдәләгән десантсылар тураһында. Өфөлә, әлбиттә, һауа-десант ғәскәрҙәре көнө ойошҡан үтә, фонтандарҙа һыу инеүселәр юҡ. Йола буйынса, байрам Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» паркында хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан башланды. Әлеге минуттарҙа Забельский аэродромында күрһәтмә сығыштар бара. Десантсылар үҙ таҫыллығын күрһәтә. Байрам көн дауамында барасаҡ.

Яндекс.Метрика