Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Төркиә йәштәре үҙәк тикшереү идаралығы һәм Америка хәрбиҙәрен илдә хәрби фетнә ойоштороуҙа ғәйепләй. Шуға ла илгә Америка генералы килеүе ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Генерал Фәтхулла Гюленды Төркиәгә тапшырыу Американың хоҡуҡ системаһы сиктәрендә генә башҡарыласаҡ тигән.
Комендант сәғәтенә ҡарамаҫтан, Һиндостандың Кашмир штаты башҡалаһы Сринагарҙа халыҡ урамдарға сыҡты. Улар полиция хеҙмәткәрҙәренә таш бәреп тәртипһеҙлектәр ойошторған. Ҡаршылыҡ акцияһына кашмир сепаратистары башлығын ҡулға алыу сәбәп булған.
Һуңғы 30 йылдағы иң көслө тайфун Ҡытайға ябырылды. Халыҡҡа аҙыҡ-түлек запастары туплап 3 көн урамға сыҡмаҫҡа ҡушылған. Поездар хәрәкәте туҡтатылған, самолеттар осмай, мәктәптәр һәм сәнәғәт предприятиелары эшләмәй.
Ҡырым күперен төҙөүселәр ҡеүәтле таяуыстар ҡуя башланы. Улар Керчь-Еникаль каналында аркаларҙы 35 метрға күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.  Һуңынан бынан Ҡара диңгеҙҙән Азов диңгеҙенә кораблдәр йөрөй аласаҡ.

 

Яндекс.Метрика