Футболсы роботтар

Техник һөнәрҙәргә һөйөүҙе мәктәптәрҙә, йәйге лагерҙарҙа тәрбиәләйҙәр. Республика башҡорт лицей-интернаты Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан йөҙҙән артыҡ уҡыусыны йыйҙы. Һәр тайм минут ярым дауам итә, яландағы 4 робот- уйынсы ошо ҡыҫҡа ваҡытта тупты ҡапҡаға индерергә тейеш. Бер аҙна эсендә уҡыусылар робот йыйырға, уларҙы кәрәкле программаға көйләргә өйрәнгән. Йәйге лагерға уҡыусылар ялдарын мауыҡтырғыс һәм файҙалы үткәреү маҡсаты менән йыйылған.150-гә яҡын баланың 40-ы робот техникаһы, 10-ауһы микроэлектроника йүнәлешен һайлаған. Роботтар йыйырға балалар беренсе йыл ғына өйрәнмәй. Икенсе, өсөнсөгә килеүселәр ҙә байтаҡ. 40 егет араһында 4 ҡыҙ ҙа бар. Ябай ғына робот-арбаны йыйыу ҡатмарлы түгел, инструкциялары ла бар. Ә тиҙлеген нисек арттырырға, нисек көслө итергә уҡытыусылар менән бергә өйрәнәләр. Интеллектуаль датчиктар һәм сенсорҙар ярҙамында билдәле бер эште башҡарыусы роботтар бар. Улар киләсәктә кешене алыштыра алырмы — бер кем дә белмәй. Ә ошо балалар киләсәктә кешелек үҫешенә үҙ өлөшөн индерер әле, тигән ышаныс бар.  Йәйге лагерҙа шөғөлләнгән балаларҙың ҡыҙыҡһыныусанлығы, дәрте беҙгә-журналистарға ла күсте. Улар минән дә бер-нисә минут эсендә футболист яһап ҡуйҙылар. 

Яндекс.Метрика