Ел ҡыуыусылар йәки Октябрь проспектында йәшәүселәр бәләһе

Ҡала йоҡоға тала, ә ике тәгәрмәсле тимер ат хужалары ел ҡыуырға сыға. Бының менән улар башҡаларға ла йоҡо бирмәй. Мотоцикл юл ситендә йәшәүселәрҙең йәй айҙарында баш бәләһенә әйләнә. Полиция уларға ҡаршы көсһөҙ булыуын таный, ҡала властары иһә аныҡ саралар тәҡдим итергә ашыҡмай. Ярослав Илекбаевҡа йәйге төндәрҙе уяу үткәрергә тура килә. Уның фатир тәҙрәләре Октябрь проспектына ҡарай. Был юлды төнгө байкерҙар күптән инде ярыш трассаһына әйләндергән. Ҡала советы алдындағы майҙан мотоһәүәҫкәрҙәрҙең яратҡан йыйылыу урыны, ғәҙәттә, байкерҙар бында кистәрен осраша, шуға ла геүләү төн буйына дауам итә. Тәүге мотоциклдар 1894 йылда етештерелә башлай, 1 быуаттан ашыу ваҡыт эсендә ике тәгәрмәсле техника бик күп үҙгәрештәр кисерә, уның ҡеүәте лә, тауышы ла арта. Етешетереүселәргә лә талаптар ҡәтғиләшә, техниканың тауышы буйынса сикләүҙәр ҡуйыла, Заводта ҡуйылған торбалар ул тиклем көслө тауыш сығармай, әммә ҡайһы берәүҙәр тауыш көсәйтеү өсөн яһалма торбалар ҡуя. Конструкцияға үҙгәреш индереп ҡолаҡ тондорғос тауыш сығарыусы мотоһәүәҫкәрҙәр быны аңлы рәүештә эшләй. Рәфис Кәримов  әйтеүенсә, глушителдәрҙе  алмаштырыу двигатель ҡеүәтен арттыра, өҫтәүенә,  көслө тауыш  хәүефһеҙлек өсөн дә  ҡулай. Байкерҙар нисек кенә аҡланмаһын, халыҡ бының менән килешергә теләмәй. Закон бөтәһе өсөн дә уртаҡ, төндә шауларға ярамай. Мотоциклдарҙа йөрөүселәргә лә был ҡағиҙә берҙәй тигеҙ ҡағыла. Тик уларҙы контролдә тотоусы юҡ тип әйтергә мөмкин. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары етеҙ мотциклдар артынан машинала ҡыуып етә алмай, башҡа ҡалаларҙағы кеүек мотопатрулдәр Өфөлә әлегә юҡ. Ҡайһы бер ҡалаларҙа мәсьәләне хәл итеү юлын төндә йөрөүҙе сикләү ысулында тапҡандар. Киске 9-ҙан иртәнге 7-гә тиклем мотоциклда ҡала урамына сығыу тыйыла, ошондай уҡ тәжрибә сит илдәрҙә лә уңышлы ҡулланыла. Өфө был башланғысҡа ҡушылырмы, юҡмы? Әлегә ҡала халҡына сабырлыҡ йыйып көслө мотоцикл тауышын тыңлап йоҡларға ҡала. Уның ҡарауы республикала йылдан-йыл ике тәгәрмәсле техника ҡатнашлығында авариялар арта. Быйыл ғына уларҙың һаны ике тиҫтәнән ашты, бер-нисә осраҡ үлем менән тамамланды.

Яндекс.Метрика