Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган көнбайыш илдәрен террорҙы яҡлауҙа һәм Төркиәлә хәрби фетнә ойоштороуҙа ғәйепләне. Америка Ҡушма Штаттарына ул айырыуса ҙур тәнҡит менән ябырылды. Рәсми талапҡа ҡарамаҫтан, Америка фетнә ойоштороуҙа ғәйепләнеүсе Фәтхулла Гюленды  Анкараға тапшырыуҙан баш тарта тине Ржәп Эрдоган.

Сүриәлә оппозиция альянсы Манбидж ҡалаһын өлөшләтә Ислам дәүләте террор ойошмаһы һуғышсыларынан азат итте.  Манбидж Алеппо ҡалаһынан 80 саҡырымда урынлашҡан стратегик әһәмиәткә эйә ҡала. Белгестәр әйтеүенсә, әгәр ҡала тулыһынса азат ителһә, курд, ғәрәп һәм туркамандарҙың был ҙур еңеүе буласаҡ.

Рәсәй хәрбиҙәре яңы төр ҡорал өлгөләрен алды. Быға тиклем фантастика  тип һаналған яңы төр ҡорал физика принциптарына нигеҙләнеп эшләнгән. Һүҙ лазер тураһында бара. Белгестәр әйтеүенсә, Рәсәйҙә эшләнгән был ҡоралдың әле тиңе юҡ.

Ҡытайҙа автобус-портал тәүге рейсҡа сыҡты. Уның үҙенсәлеге шунда-ҙур булыуға ҡарамаҫтан, тығындар барлыҡҡа килтермәй. Хатта туҡталыштарҙа еңел автомобилдәр автобустың аҫтынан йөрөй ала.  Ҡытайҙың Хэбэй виләйәтендә автобус-портал өсөн махсус юл һалынған. 

Яндекс.Метрика