Өфөлә пейнтбол буйынса республиканың икенсе турниры үтте

Уйын майҙанында төрлө ойошмаларҙың командалары осрашты. Мылтыҡтан атыу тауыштары яңғыраһа ла, был яу яланы түгел, ә, киреһенсә, бында берҙәмлек рухы хөкөм һөрә. Өфөнөң “Биатлон” стадионында “Минең коллектив – минең еңеү” турниры үтте. Пейнтбол һүҙе инглиз теленән буяулы шар тигәнде аңлата. Командалар тап ошо шарҙар тултырылған мылтыҡтан атышалар ҙа инде. Уларҙың тышы желатиндан – йомшаҡ, шуға ла уйнсылар йәрәхәтләнмәй. Әммә уйын майҙанына сыҡҡанда мотлаҡ махсус маска кейергә кәрәк. Ярышыусылар араһында 10 команда. Уларҙың күбеһе маркер тип аталған мылтыҡты ла ҡулына тәүгә ала. Әммә араһында сәпкә оҫта атыусы, биатлон буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы Максим Чудов та бар. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы коллективы ла турнирҙан ситтә ҡалманы. Телевидение – ул дөйөм бер команда эше, шуға пейнтбол уйнағанда ла беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тупланып, яҡшы уйын күрһәтте.Ысынлап та, һуңғы осорҙа киң таралыу ала башлаған пейнтбол уйнағанда тәү сиратта берҙәм команда була белер кәрәк. Тап “Мин — патриот” командаһы еңеү яуланы. “Берҙәмлектә -көс“икәнен улар яҡшы аңлай. 

Яндекс.Метрика