Республикала эш урындарында үлем осраҡтары артҡан

Ярты  йыл эсендә 26 эшсенең ғүмере өҙөлгән. Был 2015 йыл менән сағыштырғанда 5-кә күберәк. Бейеклектән ҡолап һәләк булыу, йөк аҫтында ҡалыу, газдан тонсоғоу -һанай китһәң бихисап һәм ҡот осҡос шарттарҙа эшселәрҙең ғүмере өҙөлгән йә иһә ҡаты тән йәрәхәте алынған. Интернет селтәрендәге был күренештәр беҙҙең менән бер ваҡытта ла булмаҫ кеүек. Шулай ҙа Башҡортостан өсөн дә улар ят түгел. Эш урынында йәрәхәтләнеү осраҡтары тәү сиратта бейеклектән ҡолап төшөү менән бәйле. Икенсе урында өйөрөлгән һәм хәрәкәт иткән механизмдарҙан күрелгән зыян. Токтан һуғылыу осраҡтары иһә өсөнсө баҫҡысты биләй. 1995-2015 йылдарҙы сағыштырғанда, 2001 йылдан алып эш урындарында үлем осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә. Ә быйыл һуңғы алты айҙа күрһәткес йәнә күтәрелә башлаған. Әгәр ҙә былтыр ошо уҡ ваҡыт арауығында тән йәрәхәте алыу осраҡтары, киреһенсә, кәмеүгә барһа, үлем менән тамамланған фажиғәләр 7-гә артҡан. Ошо айҡанлы хеҙмәтте һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссияға тикшереү һәм контролгә алыу, ә ойошма-предприятие етәкселәренә хеҙмәтте һаҡлау буйынса  эштәрҙе  тағы ла ҡыҙыулатырға тура килә. Комиссия ағзалары республиканың биш ойошмаһында булған хәлде тикшерә. Исемлектә “Өфө һыу каналы” предприятиеһы ла бар. Ни тиклем күрелгән сараларҙан һуң да ярты йыл эсендә бер үлем һәм бер йәрәхәт алыу осрағы. Етәксенең  фекере – эшселәр иғтибарһыҙ. Фажиғә булыуын йәшереп ҡалырға теләүсе ойошмалар барлығы ла асыҡланған. Социаль яҡлау идаралығынан бүленгән аҡсалар ҙа тулы кимәлдә тотонолмай әлегә. Эш биреүселәр йәрәхәт алған эшселәренең мәнфәғәтен  яҡларға ашыҡмай. Техникаға бәйле һәр эштә тиерлек кешенең ғүмере хәүеф аҫтында. Эшсенең өҫтөнә экскаваторҙың ҡолауы, ниндәйҙер детальдәрҙең ысҡынып китеп кешене йәрәхәтләүе – йыш күренеш. Был юғалтыуҙарҙы, әлбиттә, ойошма һәм предприятие етәкселәрен язаға тарттырылыу, вазифаларынан бушатыу менән тиңләрлек түгел. әУларҙың хеҙмәтте һаҡлау буйынса саралар күреү-күрмәүен комиссиялар контролдә тотҡан һәм тикшергән ваҡытта һәр эшсе һаҡ булырға һәм иҫендә тоторға тейеш: уның ғүмере бер ҡиммәттәргә лә алыштырғыһыҙ.

Яндекс.Метрика