Синоптиктар август айына һауа торошо менән таныштырҙы

  • Синоптиктар август айына һауа торошо менән таныштырҙы | ГТРК Башкортостан

Төбәктә иң юғары 5-се класлы янғын хәүефе иғлан ителгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, райондарҙа дымға ҡытлыҡ күҙәтелә, ҡайһы берҙәрендә атмосфера һәм тупраҡ ҡоролоғо теркәлгән. Августа республикала уртаса һауа температураһы күп йыллыҡ күрһәткестәр кимәлендә 17,19 градус йылы, яуым-төшөм нормаға ярашлы буласаҡ. Айҙың беренсе декадаһында уртаса температура норманан 4-6 градусҡа юғарыраҡ. Икенсе ун көнлөктә +16+18 градус. Өсөнсөһөндә һауа температураһының төндә 3, 8 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә. Айырым райондарҙа йәшенле ямғыр, боҙ борсаҡ яуыуы ихтимал.

Яндекс.Метрика