Мәләүез районында йөк машинаһы һәм ВАЗ автомобиле бәрелешкән

Бөгөн иртән Мәләүез районы Ергән ауылы янында йөк машинаһы һәм ВАЗ автомобиле  ҡапма-ҡаршы килеп бәрелешкән. Йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булыусылар тураһында мәғлүмәт юҡ. Шаһиттар юл-транспорт фажиғәһе урынына тиҙ ярҙам машиналары килеүе хаҡында хәбәр итә. Бәрелешеү шул тиклем көслө була, еңел машинаны хатта юл ситенә алып ырғыта. 

Яндекс.Метрика