Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты Төркиә президенты менән һөйләшеүҙәрҙең ике яҡлы мөнәсәбәттәр өсөн мөһимлеген билдәләне.  Тиҙҙән ике арала чартер рейстары тергеҙелә. «Төркиә ағымы» проектын ғәмәлгә ашырыу дауам итәсәк.

Бразилияла сәйәси хәл ҡатмарлы булып ҡала. Ил халҡы властан ситләштерелгән Дилма Русеффҡа теләктәшлек белдереү өсөн Олимпия уйындарына йәлеп ителгән иғтибарҙы файҙаланып ҡалырға тырыша. Көн һайын тиерлек меңләгән кеше президент вазифаһын башҡарыусы Мишель Темерға ҡаршы акция үткәрә. Әлеге хөкүмәткә ҡаршы хәрәкәт барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланып ҡалырға тырыша.

Рәсәй командаһы Олимпиадала миҙалдар һаны буйынса дүртенсе урынға күтәрелде. Хәсән Халмурзаев дзюдола алтын миҙал алды. Ҡатын-ҡыҙҙар спорт гимнастикаһында көмөш миҙал яуланы. Олимпиада 21 августҡа тиклем дауам итә.

Яндекс.Метрика