Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй бомбардировщиктары Сүриәлә «Ислам дәүләте» террор ойошмаһы позицияларын утҡа тотто. Авиация ярҙамында ҙуғышсылар әҙерләү лагеры, ҡорал келәте, яҡыулыҡ-майлау материалдары, химик ҡорал эшләү заводы юҡ ителгән.

Америкала президентлыҡҡа кандидат Дональд Трамп Президент Барак Обама һәм дәғүәсеһе Хиллари Клинтонды «Ислам дәүләте»террор ойошмаһын төҙөүҙә ғәйепләне. Ҡушма Штаттар етәкселеге именлекте тәьмин итә алмай, етмәһә «Ислам дәүләтен» ойоштороп террорсыларҙы башҡа илдәргә һөсләтә тигән Трамп.

Төркиәнең көньяҡ-көнсығышында хәрбиҙәргә һөжүм иткәндәр. Ғыйраҡ менән сик буйындағы юлда бронеавтомобиль шартлатылған. Кәм тигәндә 3 хәрби һәләк булған. 10 һалдат яраланған.

Рәсәй спортсылары Олимпиадала дөйөм команда беренселегендә артҡа күсте. Хәҙер беҙҙең команда алтынсы түгел, етенсе урында. Миҙалдар һаны буйынса Америка алда бара. Ҡытай-икенсе, Япония өсөнсө. Рәсәй дүртенсе урында килә.

Яндекс.Метрика