Бөрөлә алмалар өлгөрҙө

Башҡортостанда бөрө алмаһынан да татлыһы юҡ тип һанай баҡсасылар. Юҡҡа ғына алма ҡаланың бренды түгел. Әлеге мәлдә хужалыҡтар йәйге сорттарҙан уңыш йыя. Баҡсасы  Рөстәм Урманов  10 йылдан артыҡ үҫентеләр тикшереү, сорттарҙы таратыу менән шөғөлләнә.  Йылдар дауамында тикшерелгән алма төрҙәре быйыл да һынатманы ти, ул.  Бында ағастар бер-нисә йыл дауамында тикшереү үткәндән һуң ғына төбәктә күпләп таратыла. Алманан тыш груша, һырғанаҡ, ҡурай еләге, ер еләге, ҡарағаттың төрҙәре һәм башҡа еләк-емеш бар. Күпләп һатыуға магазин кәштәләренә сығарылмай, халыҡ үҙе килеп йыйып ала. Һуңғы йылдарҙа грушаға ла ихтибар ҙур, ти баҡсасы. Емеш-еләкте һаҡлау хужабикәләр өсөн көнүҙәк мәсъәлә. Шуға ла алмағас үҫентеләрен һайлағанда уҡ сортына иғтибар итергә кәрәк. Мәҫәлән, Ренет Черненко сортлы алмаларҙың ауырлығы 120-200 грамға тиклем етә.. Ароматный, Спартак сорттары ла яҡшы. Алмалар 0-дән 2 градус йылы температурала яҡшы һаҡлана.  Урмановтар махсус һыуытҡыстарҙа 2-3 тоннаға тиклем емеш һаҡлай. Тимәк, теләүселәр ғинуар айында ла бөрө алмаларын ашай ала. Ә көҙҙән компот, ҡайнатма эшләүсе хужабикәләргә лә алманың сортына иғтибар итеү зарур.   Бөрөнө тәмле ҡала тип тә йөрөтәләр. Алмағастар бөтә ерҙә үҫә. Үҫеп кенә ҡалмай мул уңыш бирә. Ә ҡалалағы «Берендей» балалар  дендрологик  паркы, ундағы  алма музейы айырым иғтибарға лайыҡ. Ике йыл элек паркта алманың  яңы төрөн ултыртҡандар. Исеме Королдәр алмаһы. Киләсәктә ул парктың символына ла әйләнер тип көтә етәкселек.  Ҡалала бер нисә йыл алма производствоһын яңынан тергеҙеү концепцияһы өйрәнелә. Әммә ҡасандыр эшләгән һәм тиҫтә йылдар элек ябылған консерва заводын тергеҙеү әлегә мөмкин түгел,  тип белдерә етәкселек. Бөрө үҙенең татлы алмалары менән дан тота. Алмағастар һәр шәхси хужалыҡта күпләп үҫтерелә. Әммә еләк-емеште һаҡлау, уны эшкәртеү производство кимәленә ҡуйылмаған. Мәсьәлә әлеге көндә лә асыҡ ҡала.  

Яндекс.Метрика