Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың шанлы тарихын өйрәнер өсөн яңы мөмкинлектәр

Генерал Миңлеғәле Шайморатовтың Ҡыҙыл Йондоҙ ордены хәҙер Башҡортостандың Милли музейында һаҡланасаҡ. Хәрби награданы белгестәргә бөгөн Республика башлығы Рөстәм Хәмитов тантаналы тапшырҙы. Башҡортостанда данлыҡлы 112-се кавалерия дивизияһы һәм уның етәксеһе генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исемен белмәгән кеше юҡ. Республикала уларҙы мәңгеләштереү өсөн байтаҡ саралар күрелде. Бөгөнгө ваҡиға айырыуса тулҡынландырғыс.Генералдың тыуған көнөндә лайыҡлы наградаһының тыуған иленә ҡайтыуы уның батырлығына һәм бөйөклөгөнә тәрән ихтирамды дәлилләй, тине республика башлығы Рөстәм Хәмитов. Милли музейҙа Миңлеғәле  Шайморатовҡа арналған махсус күргәҙмә эшләй. Бында генералдың шәхси әйберҙәре, хаттар, ғаилә фоторәсемдәре, хатта уның Ҡытайҙа хәрби атташе сағындағы танытмаһы бар. Уның үҙенсәлеге – күсмә булыуында. Быйыл көҙ ул генералдың тыуған яғы — Ҡырмыҫҡалы районында урын аласаҡ. Ә бөгөн тапшырылған орденды тик милли музей ҡунаҡтары ҡарай ала. Рәсәй Оборона министрлығынан тапшырылған архив документтар  иһә белгестәргә махсус ғариза нигеҙендә генә бирелергә мөмкин.Музей белгестәре архив тикшеренеүҙәре менән даими шөғөлләнә. Шуға ла бөгөнгө ҡабатланмаҫ ваҡиға ла, үҙ яуаплылығына алған алыштырғыһыҙ ҡомартҡыларҙың да ҡиммәтен  улар яҡшы аңлай.  Генерал Шайморатовҡа Герой исемен хәстәрләү эше иһә республика халҡы менән берлектә дауам итәсәк.   Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены менән сер тамғаһы алынған архив документтары Милли музейҙың Бөйөк Ватан һуғышы залында һаҡлана. Хәҙер тарихсыларҙың данлыҡлы яҡташыбыҙ батырлығына ҡағылған билдәһеҙ йә онотолған мәлдәрҙе асыҡлау һәм ентекләп өйрәнеү мөмкинлеге бар. 

Яндекс.Метрика