Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҡырымда диверсиялар эшләргә маташыуҙа шикләнеүсе Владимир Сердюк Украина оборона министрлығының разведка идаралығында хеҙмәт итеүен раҫланы. Уға тиклем Киев министрлыҡта ундай бүлексә юҡ тип белдергәйне. Рәсәй федераль именлек хеҙмәте 10 август Ҡырымда йәшәйеште тәьмин итеүсе мөһим объекттарҙа террор ғәмәлен иҫкәртеүе тураһында хәбәр иткәйне.

“Ислам дәүләте” террор төркөмсәһе һуғышсылары Сүриәнең Мәнбиж ҡалаһынан сигенгәндә 2 мең кешене аманатҡа алған һәм уларҙы тере ҡалҡан булараҡ файҙаланған.  Был кадрҙарҙы интернет селтәрендә табырға мөмкин. Мәнбижды азат итеүҙә ғәрәп- курд көстәре ҡатнаша. 

Американың Луизиана штатында ҡотҡарыусылар һыуға батҡан автомобилдән оло йәштәге ҡатынды иң һуңғы мәлдә генә һөйрәп сығара алған. Ҡатын машинаһында бикләнеп йөҙөп китеп барғанды ҡотҡарыусылар күреп ҡала һәм уны ҡулынан һөйрәп сығара. Һуңғараҡ машиналағы эт тә ҡотҡарыла.

Яндекс.Метрика