Башҡортостандан Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа ҡатнашасаҡ кандидаттарҙы теркәү тамамланды

Тәүге һөҙөмтәләр менән бөгөн Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы таныштырҙы. 6 бер мандатлы округ буйынса 63 кандидат теркәү үтергә теләк белдерһә, шуларҙың 11-е үҙ-үҙен күрһәтеүселәр ине, уларҙың береһе лә һайлауҙарға үтмәне. Ҡалған 52 кандидат – 11 сәйәси фирҡә вәкилдәре, 2 кандидат һайлауҙа ҡатнашыуҙан баш тартҡан. Шулай итеп 6 бер мандатлы округ буйынса 50 кандидат үткән. 18 сентябрь – Берҙәм һайлау көнөндә Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайға 2 округта өҫтәмә һайлауҙар үтә. Унда 8 кандидат үткән. Урындағы үҙидара органдарында 1 мең 777 мандатҡа 4 мең 849 кандидат теркәлгән. 



Яндекс.Метрика