Башҡортостан сираттағы бал байрамына әҙерләнә

Ошо йәһәттән унынсы сентябрҙә Бөрйәндә ҙур форум да ойоштороласаҡ. Сарала республиканың төрлө райндарынан умартсылар ҡатнашырға тейеш. Ә әле иһә урындарҙа иң яҡшы ҡортсоларҙы һәм иң татлы балды асыҡлайҙар. “Башҡоростостан” милли ҡурсаулығында ла йәкшәмбе бал байрамы үтте. Башҡортостан умартасылары солоҡсолоҡ кәсебен тергеҙеү янында. Бөрйән ҡортсолары был йәһтәтән “Башҡортостан” милли ҡурсаулығында хәҙер имән, ҡарағай олондарын соҡоп ошондай умарталар яһай. Солоҡ балы һирәк осрай торған ризыҡ. Рәсәйҙә уны йылына ни бары илле тонна етештерәләр. Республика өлөшөнә иһә солоҡ балының тонна ярымы тура килә.Башҡортостан был көндәрҙә донъя умартасылары иғтибарында. Республикала әле ҡортсоларҙың халыҡ-ара берлеге вәкилдәре  эшләй. Улар төбәк еткселеге саҡырыуы буйынса килгәйне. Абруйлы делегацияны Бөрйәндә лә көтәләр. Ә Башҡортостан умартасылары иһә бөгөн йыл йомғаҡтарын барлау менөн мәшғүл. Башҡа йылдар менән сағыштырғанда, бал аҙыраҡ булһа ла, республика үҙен татлы ризыҡ менән тулыһынса тәьмин итә ала. Башҡортостан өсөн бал экспорты иҡтисадтың килемле тармағына әйләнергә тейеш. Республиканың был йәһәттән мөмкинлектәре етрлек.  Ойошторлған эште тейешле кимәлдә алып барыу бөгөн төп бурыстар исемлегендә. Башҡортостан умартасылары алдында бөгөн торған тағы ла бер бурыс – күстәр һанын арттырыу. Бөрйәндә генә яҡын арала улар һаны ете мең башҡа күбәйергә тейеш. Маҡаттарҙың икенсеһе – башҡорт балын халыҡ-ара кимәлгә сығарыу. 

Яндекс.Метрика