Рионан еңеү менән

Йәйге олимпиада чемпиондары Артур Әхмәтхужин һәм Тимур Сафин бөгөн төндә Өфөгә ҡайтты. Аэропортта яҡташтарыбыҙҙы тренерҙары, туғандары, республика спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры, журналистар һәм көйәрмәндәр ҡаршыланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандан Тимур Сафин, Артур Әхмәтхужин, шулай уҡ, Мәскәү спортсыһы Алексей Черемисинов фехтование буйынса команда беренселегендә алтын миҙал яуланы. Был төр буйынса Рәсәй спортсыларының һуңғы 20 йылда тәүге еңеүе, бынан тыш Тимур Сафин шәхси беренселектә бронза миҙалға лайыҡ булды. Рәсәй йыйылма командаһы Олимпиадала миҙалдар һаны буйынса дүртенсе урынды һаҡлап ҡалды. Беҙҙең спортсылар әлегә 35 миҙал яуланы. Ҡушма Штаттар 75 миҙал менән беренсе урында килә. Бөйөк Британия икенсе, Ҡытай-өсөнсө.



Яндекс.Метрика