Көндәр ҡоро һәм эҫе торһа йыландар үрсей

Ошо арала был йәнлектәргә йыш тарығандар әлеге фекер менән килешә икән, йыландар тормошон өйрәнеүсе белгестәр ғәҙәттән тыш күренеште башҡаса аңлата. Йылан — тәбиғәте менән тыныс йәнлек, уның кешегә ташлана торған ғәҙәте юҡ, әммә кәүҙәһенә яңылыш баҫһаң – тешенән ҡотолоп булмай, ти Евгений. Ул бала сағынан йыландар тормошо менән ҡыҙыҡһына, өйөндә был йәнлектәрҙең тиҫтәләгән төрөн аҫрай, әле уларҙы күргәҙмәгә ҡуйырға әҙерләй. Йыландарҙың эҫелә күпләп күҙгә салыныуын ул ошо уҡ шарттарҙа кимереүселәрҙең үрсеүенә бәйләй Йыландар иһә сысҡан-ҡомаҡтарҙы юҡ итеп кешегә файҙа ғына килтерә.Һөйөнөскә, күҙлекле йылан кеүек ағыуы үлемесле һөйрәлеүселәр беҙҙең төбәктә тәбиғи шарттарҙа осрамай. Башҡортостанда барыһы алты төрлө йылан бар. Туҙбаш, еҙ, сыбар йыландар ағыуһыҙ. Әммә уларҙың һәр ҡайһыһы сағырға мөмкин. Ағыулы тешлеләре иһә ҡара йыландың ике төрө. Йыландарҙы ентекләп өйрәнгән белгес-эколог ҡара йылан сағыуы үлемесле түгел, тип белдерә. Хәйер, сағылған мәлгә кеше яңғыҙы булһа, яраны шунда уҡ йыуып эшкәртеү форсаты булмаһа, өҫтәүенә аллергия хәүефе ҡушылһа, борсолор сәбәп бар. Был яҡтан ҡарағанда Светлана Громоваға барыһы ла уңай тура килгән. Үткән ял көндәрендә Павловка һыуһаҡлағысы буйында ял иткән саҡта уның бармағын йылан саға. Ғаилә шунда уҡ дауаханаға барыу әмәлен таба, табиптар үҙ эшен белеп башҡара. Бөгөн Светлана һау-сәләмәт.Йылан саҡҡан осраҡта кисектергеһеҙ табип ярҙамы кәңәш ителә. Ни тиклем тиҙерәк, шул тиклем  файҙалыраҡ, ти Өфөнөң 21-се дауаханаһы бүлек мәдире Зөһрә Ғимранова. Ағыуға ҡаршы дарыу миҡдары етерлек. Бүлектә йәйенә тиҫтәләгән кеше йылан сағыу сәбәпле дауа ала.Йыландан һаҡланыу өсөн урман-ҡырға резина итек кейеп сығыу отошло. Ял урыны булараҡ ҡуйы үлән араһын, ҡоро ағас төптәрен һайламау хәйерле. Был йәнлектәр кеше ҡулы теймәгән, кеше аяғы баҫмаған урындарҙы үҙ итә.  Беҙҙең төбәктә осраған ағыулы ҡара йылан  ышыҡ, дымлы урындарҙы ярата. Шуға ул йорт янына эйәләшмәһен өсөн кәртә-ҡура тирәһендә бейек үлән үҫтермәҫкә, ихатала серек ағас-бүрәнә өйөмдәрен булдырмаҫҡа кәрәк. Тәбиғәткә сыҡҡанда иһә шәхси хәүефһеҙлек сараларын күреү мәһим. 



Яндекс.Метрика