Өфө районының Яңы Осоргин ҡасабаһы баҡсасылары ташландыҡ баҡса ерҙәренең хужаларын эҙләй

Ағзалыҡ взностары буйынса бурыстары артыуынан тыш, даими йәшәүселәр өсөн тәрбиәһеҙ ер бүлемдәре бихисап мәшәҡәттәр килтерә. Ер бүлемдәрен таратып, тәүге ҡоймалар һәм йорттар ҡалҡып сыҡҡандан алып, 24 йыл эсендә Яңы Осоргин ҡасабаһы баҡсаһына инде эҫенеп тә бөткән хужаларҙы һуңғы йылдарҙа бер үк мәсьәлә борсой.  Ҡый үләндәре һәм сүп-сар ояһына әйләнгән баҡсалар төҙөк биләмәнең йөҙөн боҙоп ҡына ҡалмай, асарбаҡтарҙың торлағына ла әйләнә. Бабаджановтар ғаиләһенә яҙлы-көҙлө күрше баҡсанан үҙҙәренең яғына сығып үҫкән үҫентеләрҙән таҙартырға тура килһә, быйыл йәй булған хәл бөтөнләй аптырашта ҡалдырған.Баҡса идараһының судҡа мөрәжәғәт итеү юлы менән ағзалыҡ взносын түләмәгән хужаларҙан бурыстарын ҡайтарып алырға, ер бүлемдәрен тәртиптә тоторға мәжбүр итергә хоҡуғы бар.Ә хужаһыҙ ҡалған баҡса участкаларының артабанғы яҙмышын урындағы үҙидаралыҡ, был осраҡта баҡсасылар ширҡәте,  хәл итә ала. Үҙенең ябай ғына хоҡуҡтарын да белмәүе халыҡтың тормошон күпкә  ҡатмарлаштыра һәм аңлашылмаусанлыҡ тыуҙыра. Яңы Осоргин ҡасабаһы баҡсасылары тәрбиәһеҙ һәм ташландыҡ ер бүлемдәре менән килеп тыуған мәсьәләне тиҙ арала хәл итә алмауы ла бар, улар әлеге ваҡытта үҙ-ара кемдең ширҡәт рәйесе икәнлеген асыҡлай алмай бәхәсләшә.



Яндекс.Метрика