Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Курдтарҙың хәрби бүлексәләре һуңғы көндәрҙә Ғыйраҡтың Мосул ҡалаһы янындағы унлаған ауылды «Ислам дәүләте» террорсыларынан азат иткән. Йәкшәмбе башланған штурмға халыҡ-ара коалицияның авиацияһы ла ҡушылған. Ғыйраҡтың Хөкүмәт ғәскәрҙәре лә һөжүмгә күскән.

Төркиә премьер-министры  Бинали Йылдырым хакимлыҡ итеүсе фирҡә ултырышында фетнә өсөн яуаплыларҙы бик ҡаты яза көтә тип белдерҙе. Бынан тыш, Хеҙмәт хәрәкәте менән бәйле дәүләт хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла эштән ҡыуыласаҡ. Төркиәлә әле һаман хәрби фетнә сәбәптәрен асыҡлау һәм уға ҡағылышы булған етәкселәрҙе ҡулға алыуҙар дауам итә.

Ҡытай тәүгеләрҙән булып квантлы юлдашты орбитаға сығарҙы. Уның ярҙамында квантлы телепортация мөмкинлектәрен тикшереп ҡараясаҡтар. Ҡытай ғалимдары фекеренсә, тәжрибә һөҙөмтәләре Марсҡа осҡан экспедиция менән бәйләнеште ябайлаштыра ала.

Мәскәүҙә көслө ямғыр юлдарҙа хәрәкәтте ҡатмарлаштырҙы. Әммә спорттың экстремаль төрҙәрен яратыусылар хәрәкәт итеүҙең альтернатив ысулын уйлап тапҡан. Ҡалала 250 урамды һыу баҫҡан. Йәмәғәт транспорты ҙур ауырлыҡтар менән йөрөгән. Кешеләрҙе автобустарҙан эвакуациялағандар.

Яндекс.Метрика