Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең Су-34 бомбардировщиктары Ирандың Хамадан аэродромынан осоп «Ислам дәүләте» төркөмсәһенең  Дейр-эз-Зор виләйәтендәге объекттарын утҡа тотто. Һөҙөмтәлә ике команда пункты, террорсылар әҙерләү лагерҙары, 150 боевик юҡ ителгән.

«Ислам дәүләте» террорсыларынан азат ителгән Мәнбиж ҡалаһына халыҡ ҡайта башлаған.  Һәр районда, һәр урамда, һәр йортта тиерлек боевиктар үҙ эҙҙәрен ҡалдырып китергә тырышҡан. Мәктәптәрҙә һәм башҡа бик күп учреждениеларҙа яңы атамалар менән алтаҡталар эленгән. Ҡайһы бер биналар ҡара төҫкә буялған.

Калифорния властары урман янғындары сәбәпле 80 мең кешене эвакуацияларға ҡарар иткән. Ҡотҡарыусылар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 35 мең йорттоң янып көлгә әйләнеүе ихтимал.  Ут менән көрәшкә йөҙләгән янғын һүндереүсе, самолеттар, вертолеттар йәлеп ителгән.

Бөйөк Британияла ер шарындағы иң ҙур һауа судноһы-самолет, вертолет һәм дирижаблдың гибриды һауаға күтәрелгән. Гелий тултырылған һауа карабы ике аҙна туҡтамай оса ала. Ул самолетҡа ҡарағанда аҙыраҡ яғыулыҡ ҡуллана, дирижаблға ҡарағанда ауырырыаҡ йөктәр күтәрә ала. Уның тиҙлеге сәғәтенә 150 километрға етә.

Яндекс.Метрика