Филип Маккейбты Башҡортостан халҡының ҡунаҡсыллығы һоҡландырған

Умартасы берләшмәләренең “Апимондия” халыҡ-ара федерацияһы президенты Филип Маккейбты Башҡортостан халҡының ҡунаҡсыллығы һоҡландырҙы. Бөгөн Республика йортонда Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа ул Башҡортостан буйлап сәйәхәт тәьҫораттарын һөйләне.Башҡортостан Рееспубликаһы 2021 йылда Бөтә Донъя умартасылар конгресын үткәреү урынына дәғүә итә. Бының өсөн төбәктә бөтә шарттар бар. Республиканың күләмле халыҡ-ара  йыйындар үткәреү тәжрибәһе менән үҫешкән инфраструктураһынан тыш, беҙҙә умартасылыҡ тармағы яҡшы үҫешкән, боронғо халыҡ кәсебе булараҡ солоҡсолоҡ һаҡланған, башҡорт балы республиканың төп бренды дәрәжәһендә нығынған, уның үҙенсәлекле тәме һәм шифаһы бар донъяла танылыу алған. Филип Маккейб әфәнде төбәктең бал етештереү өсөн ҡулай хозур тәбиғәтле райондарында, Донъяла билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһендә булды, умартасылыҡ аҙыҡтарын сәнәғәт етештереүе, умартасыларҙың эшмәкәрлек шарттары менән танышты. Умартасылар һәм йәш умартасыларҙың республика конкурстарын ҡарап, уларҙың әһәмиәтен юғары баһаланы. Апимондия президенты фекеренсә республикала умартасылыҡ турҙарын ойоштороу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Ер шарының баш умартасыһы Башҡортостанға 2021 йылда Бөтә Донъя конгресын үткәреү төбәге булараҡ һайланыуҙа уңыштар теләне.

Яндекс.Метрика