Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Афғанстанда «Талибан»дан айырылған төркөмсә яңы башлыҡ тәғәйенләгән. Дәүләт департаментының элекке хеҙмәткәре, Американың был илдә алып барған сәйәсәте менән риза булмаусы  Метью Хо Ҡушма Штаттарҙың террор әүҙемлегеннә булышлыҡ итеүен таныны. Вашингтон Афғанстанда  ғына түгел, Яҡын Көнсығышта йәшәүсе халыҡтарҙың милли үҙенсәлектәрен танырға теләмәй  бик етди хаталар яһай, шуға ла һуғыш дауам итә, тигән Мэтью Хо.

Рәсәй-Төркиә мөнәсәбәттәренең йылыныуы ике илдең хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тағы ла көн үҙәгенә сығара. Төркиә сит ил эштәре министры Мәүлит Сыуаш оғлы Анкараның иҡтисади хеҙмәттәшлеккә генә түгел, сәйәси диалогҡа әҙер булыуын да белдерҙе. Әммә мөнәсәбәттәрҙең яҡшырыуына күп илдәр шат түгел, тигән ул. 

Португалияла «Андансаш» музыка фестивале ваҡытында 422 машина янған. Тәүҙә бер автомобиль янып китә, һуңынан инде башҡа машиналар ҙа дөрләп яна башлай. Утты 160 янғын һүндереүсе, 42 машина, 4 вертолет бер-нисә сәғәт дауамында һүндерә. Йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Күрелгән зыян бер-нисә миллион евро.

Ҡырымда, арыҫландарҙың Европалағы иң ҙур  «Тайған»  паркында Стрекоза ҡушаматлы инә арыҫлан аҡ төҫтә ике бала тапҡан. Тәбиғәттә был бик һирәк күренеш. Парк етәксеһе әйтеүенсә, бында эшләүселәр  хатта үҙ күҙҙәренә ышанмаған.

Яндекс.Метрика