Рәсәй Федерацияһының 85 субъектында «Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте» исемендәге әүҙем уҡыусылар мәктәбе эшләй башлай

Өфө янындағы «Ҡайынҡай» легерында махсус « Әүҙем уҡыусыларҙың балалар идаралығы мәктәбе» сменаһы үҙ эшен йомғаҡланы. Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә тигәндәй 10 йәшлек кенә Данил кафе директоры. Үҙ иңенә етди бурыстар алған: иҡтисади кризис мәлендә килемле бизнес төҙөп, эш урындары булдырыу һәм ваҡытында эш хаҡы түләү. Балалар идара иткән заманса дәүләт моделе – ул Рәсәй уҡыусылар хәрәкәтенең  төбәк бүлексәһе проекты. 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙың һәр береһенең үҙ роле бар.Матвей үткән аҙнала президент булһа, был аҙнала « Авантау » дәүләтендә яңы етәксе. Эш еңелдән түгел, ти ул.Урындағы валюта – болларға дәүләт эсендә теләгән нәмәне һатып алып була. Уҡыусылар ҡайҙа аҡса һалып, килем алыу юлдарын өйрәнә. Иҡтисад студияһы консультанты, бизнес-тренер Вячеслав Ғәзизов уйын аша иҡтисад ҡанундарына төшөндөрә.Балалар бында ололарса яңы дәүләттә йәшәргә өйрәнә, төрлө мәсъәләләрҙе хәл итә, һәр эште яуаплы башҡарып сығырға тырыша. Сәйәсәт, иҡтисад, идара итеүҙең нескәлектәренә өйрәнә.   «Балалар идара иткән заманса дәүләт моделе» проекты төбәктә тәүгеләрҙән. Уҡыусылар менән юғары уҡыу йорттары студенттары, уҡыусылар эшләй. Улар тик йүнәлеш кенә бирә. Сөнки сменаның төп маҡсаты балаларҙа лидерлыҡ сифаттары үҫтереү.  Ижади һәләттәре булған балалар өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙыралар. Яяңылыҡтарҙы халыҡҡа еткереүсе үҙҙәренең киң мәғлүмәт саралары, газеталар ҙа ваҡытында сыға. Был минең дәүләт һәм дәүләтем өсөн мин дә яуаплы. Ошондай гражданлыҡ позицияһы бында һәр баланың күңеленә һалынған. Йәйге лагерға килгән үҫмерҙәр үҙҙәрен борсоған иң мөһим һорауҙарға яуап тапҡандыр- кем мин һәм киләсәктә мин нисек йәшәргә тейешмен. 

Яндекс.Метрика