Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Төркиәлә терракт ҡорбандарын ерләйҙәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Газиантеп ҡалаһында туй ваҡытында шартлау яңғырап, 50 кеше һәләк булған, тиҫтәләгәне зыян күргән. Үҙ-үҙен шартлатҡан террорсы бары тик 12-14 йәштәр тирәһендәге үҫмер,  тип белдергән ил президенты Реджеп Эрдоган. Террор ғәмәле ислам дәүләттәре төркөмсәһе ҡатнашлығында үткәрелгән, тип иҫәпләй властар. Фажиғә өсөн әлегә бер ниндәй ҙә террор ойошмаһы яуаплылыҡты алмаған.

Йәкшәмбе, Сомали дәүләтенең Пунтленд районында ла ике автомобилде шартлатыу һөҙөмтәһендә 20-нән ашыу кеше һәләк булған. Террор ғәмәле өсөн “аш-Шабаб” ислам дәүләте төркөмсәһе яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған. Йөк машинаһы һәм автобусты үлемдар-террорсы Галькао ҡалаһында автономия хөкүмәтенең бинаһы янында шартлатҡан, тип хәбәр итә урындағы полиция хеҙмәткәрҙәре. Шартлауҙан һуң, атыуҙар яңғыраған. Ҡорбандар араһында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы халыҡ та бар.

“Һау бул, Рио!”. Рио-де-Жанейрола 31-се йәйге Олимпиадаһының ябылыу тантанаһы үтте. Ойоштороуслар тамашаны Бразилия карнавалы формаһында үткәрҙе.  Сағыу фейерверктарға ҡойма ямғырҙар ҙа ҡамасауламаны. “Маракана” стадионы буйлап спортсылар бейеп тигәндәй үтте. Киләһе Олимпиада дүрт йылдан Токио ҡалаһында үтәсәк.

Яндекс.Метрика