Затон күперендә төҙөлөш эштәре тамамланыуға бара

  • Затон күперендә төҙөлөш эштәре тамамланыуға бара | ГТРК Башкортостан

Ял көндәрендә асфальт япмаһын түшәп, конструкцияның ныҡлығын тикшерә башлағандар. Көндәрҙең эҫе тороуына ҡарамаҫтан, төҙөүселәр эштәрҙе теүәл үтәй. Асфальт ҡулланыр алдынан стандартҡа ярашлығы буйынса тейешле тикшереүҙәр үткән. Күперҙә ҡом төйәлгән бер-нисә самосвал уның ныҡлығын тикшереп тора.  Төп эштәр  сентябрь аҙағында тамамланырға тейеш. Ә ай урталарында күпер тест режимында хәрәкәт өсөн асыласаҡ.

Яндекс.Метрика