Йәйге каникулдарын балалар нисек үткәрә?

Малаяҙ ауылында урынлашҡан лагерҙа уҡыусылар ял итеп кенә ҡалмай, ә башҡорт телен һәм Башҡортостан халҡының ауыҙ-тел ижадын, мәҙәниәтен дә өйрәнә.  Салауат районының Малаяҙ ауылында урынлашҡан лагерҙа ял итеүсе  малай-ҡыҙҙар ваҡыттарын күңелле үткәрә. „Беҙ – Салауат тоҡомонан„ тип исемләнгән балалар лагеры етенсе йыл эшләй. Бында республиканан ғына түгел, ә Силәбе, Ҡурған, Һамар, Пермь, Екатеринбург өлкәләренән дә килгәндәр. Әнисә Сарбаева бында өсөнсө тапҡыр.  10 йәштән алып 17 йәшкәсә үҫмерҙәр ауылдағы һөнәри уҡыу йорто базаһында йәшәй. Уҡыусыларҙың күптәре бында бер нисә йыл рәттән ял итә.   Прогамманың төп өлөшө милли батырыбыҙ – Салауат Юлаевтың тормош юлын өйрәнеүгә бағышланған. Башҡорт телен интерактив рәүештә өйрәнеү – белемде еңел үҙләштерергә мөмкинлек бирә, ти уҡытыусылар. Ғөрөф-ғәҙәттәргә, йолаларға бәйле саралар ҙа төп урын алып тора. Балаларға халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын, милли бейеүҙәрен, йырҙарын өйрәтеүҙе үҙ өҫтөнә ала ойоштороусылар.  Бында тәрбиәселәр балаларға күңел  йылыһын биреп эшләй.   Ә хозур тәбиғәтле Салауат районы буйлап сәйәхәт иһә, ял итеүселәрҙә тағы ла матур тәҫъораттар ҡалдыра.

Яндекс.Метрика