Бер айҙан Өфөгә Ҡытайҙың Аньхой провинцияһы делегацияһы килә

Бер айҙан Өфөгә Ҡытайҙың Аньхой провинцияһы делегацияһы килә.

Ә бөгөн иһә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Аньхой провинцияһының ревизия департаменты директоры Дай Кэйжу етәкселегендәге делегация менән осрашты. Унда Башҡортостан һәм Ҡытай араһында хеҙмәттәшлек юлдары тикшерелде, булдырылған бәйләнештәрҙе артабан нығытыу мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ, ҡаҙна сығымдарын күҙәтеү һәм бюджетты файҙалы ҡулланыу, ришүәтселек менән көрәшеүҙә тәжрибә уртаҡлашыу юлдары барланды.



Яндекс.Метрика