22 ноябрҙән 25 ноябргә тиклем Өфөлә «ТЭФИ-төбәк» бөтә Рәсәй телевизион конкурсы үтәсәк

22 ноябрҙән 25 ноябргә тиклем Өфөлә «ТЭФИ-төбәк» бөтә Рәсәй телевизион конкурсы үтәсәк.

Был туралағы күрһәтмәгә Хөкүмәт премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы.Быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн илдең 167 телекомпанияһынан 545 эш ебәрелгән. Конкурсҡа килеүселәр өсөн тренингтар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороласаҡ. Еңеүселәр өсөн 21 статуэтка әҙерләнгән. Бүләкләү тантанаһына Өфөгә  билдәле кинорежиссер Андрей Кончаловский һәм шағир Андрей Дементьевтың килеүе көтөлә. Абруйлы конкурсты ойоштороусылар араһында  Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы ла бар. 



Последние новости

Яндекс.Метрика