Өфөлә вокалсылар конкурсы үтә

  • Өфөлә вокалсылар конкурсы үтә | ГТРК Башкортостан

Өфөлә вокалсылар конкурсы үтә

Өфөлә 15-се тапҡыр уҙғарылған „Шаляпин кисәләре„ халыҡ-ара опера сәнғәте сиктәрендә беренсе тапҡыр вокалсылар конкурсы үтә. Бында Башҡортостандан ғына түгел, ә Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән, хатта сит илдәрҙән йырсылар ҡатнашырға теләген белдергән. Беренсе тапҡыр уҙғарылған Федор Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара конкурста ҡатнашыу өсөн илдең төрлө төбәктәренән 80-дән ашыу ғариза ҡабул ителгән.  Улар араһынан иң талантлы тип табылған 50-гә яҡын йәш йырсы ғына тамашасы алдында сығыш яһау хоҡуғын алды. Бында хатта Ҡытай һәм Америка ҡушма Штаттарынан килеүселәр ҙә бар. 



Последние новости

Яндекс.Метрика