Өфөлә интернационал урамында ҡулына бысаҡ тотҡан ир ҡулға алынды

Өфөлә интернационал урамында ҡулына бысаҡ тотҡан ир ҡулға алынды.

Шаһиттар әйтеүенсә, ул үҙен бик әҙәпһеҙ тотҡан, оятһыҙ һүҙҙәр ҡысҡырған. Үтеп барған машиналарҙы туҡтатып маташҡан, йәйәүлеләрҙе бысаҡ менән ҡурҡытҡан. Ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре ҡулға алғанда ул көс ҡулланып ҡарай. Әммә хоҡуҡ һаҡсылары уны ҡулынан бороп ергә һалып ҡуя. 

Яндекс.Метрика