Башҡортостандың күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Миҙхәт Шакировтың тыуыуына 100 йыл

Башҡортостандың күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Миҙхәт Шакировтың тыуыуына 100 йыл.

 Ошо айҡанлы баш ҡалала Бөтә Рәсәй конференцияһы ойошторолдо. Уның тураһында күптән әҙерләнеп, “Китап” нәшриәтендә донъя күргән китаптың исем туйы үтте. Ғәҙел, тәүәккәл һәм өлгө итеп атарлыҡ тағы ла бихисап кешелеклек сифаттары. Миҙхәт Закир улы Шакировты туғандары ла, дуҫтары ла, уның фекерҙәштәре һәм шәхес менән аралашыу, таныш булыу бәхетенә эйә һәр кем тап шундай итеп хәтерендә һаҡлай. Миҙхәт Шакиров 5 октябрҙә Өфөлә күренекле тел белгесе Закир Шакиров ғаиләһендә донъяға килә. Слесарь, инженер вазифаларында хеҙмәт юлын башлаған егет 30 йәше лә тулып өлгөрмәҫтән етәксе дәрәжәһенә күтәрелә. Һуғыш йылдарында Өфөгә күсерелгән Харьков электромеханик оборона заводы директоры итеп тәғәйенләнә. 45-се йылда Германияла стажировка үтеп ҡайта. Артабан тағы ла бихисап ойошма-предприятиеларҙа етәксе вазифаһында тырышып эшләй һәм 1963 йылда КПСС-тың Өфө ҡала комитетына беренсе сектерарь итеп һайлана. Аҙаҡ Башҡортостан өлкә комитетына етәкселек итә. Бөгөн яҡташтары уны данлап һәм иҫкә алып ҡор йыя. КПСС-тың Башҡорт өлкә комитетының беренсе секретары вазифаһында Миҙхәт Закир улы 1969-1987 йылдарҙа эшләй. Был стендта уның тормошоноң һәм хеҙмәт юлының бәләкәй генә өлөшөн күререгә мөмкин. Йәмәғәт эшмәкәренең биографияһы, ҡаҙаныштары һәм уның Башҡортостандың үҫешенә индергән өлөшө ошо яңы китапта тулыраҡ сағылдырылған. Марсель Фархшатов етәкселегендәге авторҙар коллективы китапты әҙерләүгә ҙур көс һала, быға тиклем Миҙхәт Шакировтың тормошонан бик аҙҙарға ғына билдәле мәғлүмәттәр табыла. Миҙхәт Закир улын күптәр Леонид Брежневҡа оҡшата. 20 йылға яҡын төбәкте етәкләгән шәхес берҙәй талапсан да, мохтаждарға ярҙамсыл, Башҡортостанды күтәреү өсөн бөтә көсөн һалған дәүләт эшмәкәре шул уҡ ваҡытта иҫ киткес ябай ҙа. Ғаиләһендә лә уны тик изге һүҙҙәр менән иҫкә алалар. Ул етәкселек иткән осорҙа төбәк Советтар Союзы кимәлендә юғары күрһәткестәргә ирешә. Сәнәғәт, етештереү, ауыл хужалығы йылдам үҫешә, мәҙәниәт, мәғариф менән бер рәттән фән өлкәһендә лә күтәрелеш күҙәтелә. Ауыл хужалығын үҫтереүгә булышлыҡ иткән өсөн Миҙхәт Шакиров 1980 йылда Социалистик хеҙмә геройы исеменә лайыҡ була. Биш тапҡыр Ленин, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры,  почетлы нефтсе, транспорт төҙөүсеһе, Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе  2004 йылдың 1 майында донъя ҡуйып, мосолмандар зыяратында ерләнә.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Кредитҡа тауар һатып алып, уны түләп бөткәс нисек коллекторҙар ҡулына эләкмәҫкә? | ГТРК «Башкортостан»

Кредитҡа тауар һатып алып, уны түләп бөткәс нисек коллекторҙар ҡулына эләкмәҫкә?

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наталья Сизова бер нисә йыл элек телевизор һатып алған һәм ваҡытынан алда түләп бөткән. Ләкин, ваҡыт үтеү менән ҡатын банкҡа бурыслы икәне асыҡлаған. Хәҙер көн һайын тиерлек ханымдың хәлен белешеп тора, аҡса талап итә. Күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк?  Был...

4 часа 30 минут назад
Смотреть видео Идарасы компания менән ғауға | ГТРК «Башкортостан»

Идарасы компания менән ғауға

Өфөлә идарасы компания менән бер нисә күп ҡатлы йортта йәшәүселәр араһында ғауға ҡыҙғандан-ҡыҙа. Халыҡ фекеренсә, ойошманың йорттарҙы хеҙмәтләндереүгә хоҡуғы юҡ. Сөнки, идарасы компанияны билдәләү ялған протоколдар ярҙамында, йортта йәшәүселәрҙең фекерен белешмәйенсә башҡарылған. Высотная урамы 12...

4 часа 36 минут назад
Смотреть видео Республикала етем балаларҙың хоҡуҡтарын боҙоуҙың иң күп осрағы уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә бәйле | ГТРК «Башкортостан»

Республикала етем балаларҙың хоҡуҡтарын боҙоуҙың иң күп осрағы уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә бәйле

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда опека һәм попечителлеккә алған балаларҙы кире дәүләткә тапшырыу ҙа йышая. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин опека һәм попечителлек органдары эшмәкәрлеген ойоштороу тураһындағы закондың үтәлешенә арналған түңәрәк өҫтәл ултырышын күҙәтә. 

4 часа 42 минуты назад
Смотреть видео Әсәләр көнө алдынан Республика  Хөкүмәтендә күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Әсәләр көнө алдынан Республика Хөкүмәтендә күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы

50 гүзәл затҡа «Әсәлек даны» миҙалдары тапшырылды. Республиканың 23 ҡалаһы һәм районынан килгән 50 әсә араһында хужабикәләр, уҡытыусылар, почтальондар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл эшсәндәре, табиптар бар. Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында логопед булып эшләүсе Айгөл Ғәлимйән ҡыҙы биш балаға...

4 часа 46 минут назад
Смотреть видео «Башҡортостан радиоһы» бөгөн үҙенең 90 йыллығын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡортостан радиоһы» бөгөн үҙенең 90 йыллығын билдәләй

Республикалағы иң абруйлы радиостанцияларҙың береһе ошо арауыҡта ысын мәғәнәһендә Башҡортостан тауышына әйләнде.Бер быуатҡа яҡын ул үҙ тыңлаусыларын сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһе ваҡиғалары менән таныштырып килә. “Башҡортостан радиоһының” һәр ҡала һәм районда, һәр ҡасаба һәм ауылда...

23 ноября 2017
Смотреть видео Бөгөн “Рәсәй-Башҡортостан радиоһы” хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырыла | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн “Рәсәй-Башҡортостан радиоһы” хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырыла

Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ ҙә бар. Закир Шәрипов һәм Ғәзиз Лоҡманов радионын тыш, “Хәбәрҙәр”ҙең алыштырғыһыҙ хәбәрселәре лә. “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһы хеҙмәткәрҙәренең эше ҡәҙимгесә иртәнге туғыҙҙа түгел, ә етелә үк башлана. Ғәзиз Лоҡманов тәүгеләрҙән республика халҡын...

23 ноября 2017
Смотреть видео Радио ауылына сәйәхәт | ГТРК «Башкортостан»

Радио ауылына сәйәхәт

Рәсәй-Башҡортостан радиоһы менән берлектә Салауат районы Радио ауылы ла  быйыл үҙенә нигеҙ һалыныуҙың 90 йыллығын билдәләй. 1927 йылда төпкөл ауылдың үҙенсәлекле атама алыуы Ғәйнетдин Шәрәфетдинов менән бәйле. Ғәйнетдин Шәрәфетдинов тураһындағы был хәтирәләрҙе уның улы Шәүҡәт яҙып алған....

23 ноября 2017
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда аномаль һауа торошо көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда аномаль һауа торошо көтөлә

Көндәрҙе йылытасаҡ. Айырым райондарҙа хатта алты градусҡа тиклем.Синоптиктар  температураның норманан 4-7 градусҡа юғары булыуын билдәләй.. Республиканың ҡайһы бер райондарында ғына ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, төндә һәм иртән урыны менән боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

22 ноября 2017
Яңы йылға шыршылар әҙерләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йылға шыршылар әҙерләү башланды

Яңы 2018-се йыл етеүгә лә күп ҡалманы.   Маҡар урман хужалығында һатыуға шыршы киҫеү башланды. Бында, йылдағыса, ойошмаларға, халыҡҡа һатыу өсөн ҡарағай, шыршы, күк шыршы әҙерләнәсәк.

22 ноября 2017
Башҡортостан тауышы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан тауышы

Башҡортостан радиоһының 90 йыллығы уңайынан иғлан ителгән күләмле акция аҙағына яҡынлашты. Уҙған аҙнала Рәсәй-1 телеканалында барған Хәбәрҙәр-Башҡортостан сығарылышында һуңғы һорау яңғыраны. Акция - сентябрь башында старт алды. Ошо арауыҡ эсендә Башҡортостан радиоһы тураһында һорауҙарға дөрөҫ яуап...

22 ноября 2017
Смотреть видео Уҡыусылар-сәләмәт тормош яҡлы | ГТРК «Башкортостан»

Уҡыусылар-сәләмәт тормош яҡлы

Башҡаланың Дим районында урынлашҡан 103-сө мәктәп уҡыусылары хеҙмәт һәм оборонаға әҙерлек комплексы нормаларын бер аҙнала дәррәү тапшырып бөттө. Юғары һөҙөмтә күрһәткәндәргә алтын һәм көмөш билдәләр тапшырылды. Физкультура-спорт комплексы талаптары буйынса уҡыусыларҙы үҙәкләштерелгән тәртип менән...

22 ноября 2017
Смотреть видео Ишембай районында уңайлы ҡала проекты сиктәрендә Ағиҙел яры төҙөкләндерелә | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай районында уңайлы ҡала проекты сиктәрендә Ағиҙел яры төҙөкләндерелә

Был проект сиктәрендә ҡаланың Ленин проспекты, Ағиҙел ярындағы һыу инеү урыны тәртипкә килтерелә. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, киләһе йәй халыҡҡа ял итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ. 

22 ноября 2017
Смотреть видео Муниципаль бюджеттарҙың байтаҡ өлөшөн административ комиссиялар тулыландыра | ГТРК «Башкортостан»

Муниципаль бюджеттарҙың байтаҡ өлөшөн административ комиссиялар тулыландыра

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары парламент уҡыуҙарында уларҙың эшмәкәрлеген камиллаштырыу тураһында фекер алышты.Республикала закондар үтәлешен ғәмәлдә тәьмин итеү эшмәкәрлеген 69 административ комиссия башҡара. Улар барыһы ла йәмәғәт башланғысы менән эшләй. Парламент уҡыуҙарында ҡатнашыусылар...

22 ноября 2017
Смотреть видео Республиканың киләһе йылдарға бюджеты социаль йүнәлешле буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың киләһе йылдарға бюджеты социаль йүнәлешле буласаҡ

Башҡортостан етәкселеге үҙ иңенә алған барлыҡ йөкләмәләрҙе ваҡытында һәм тулыһынса үтәргә вәғәҙәләй. Әйткәндәй, 2018-се йылда бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын арттырыу ҙа ҡарала.

22 ноября 2017
Смотреть видео Республика башлығы Парламентҡа мөрәжәғәт итәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы Парламентҡа мөрәжәғәт итәсәк

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән 30-сы ноябрҙә сығыш яһай. Унда республиканың үткән йылдағы социаль-иҡтисади үҫешенә төплө баһа бирелеп, киләсәккә маҡсаттар билдәләнәсәк. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәт күләмле документ. Уның нигеҙендә,...

22 ноября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Владимир Путин, Рәжәп Эрдоган һәм Хәсән Рухани бөгөн Сочи ҡалаһында осрашып Сүриәләге хәлде көйләү буйынса һөйләшеүҙәт үткәрәсәк. Улар был илдәге граждандар һуғышын туҡтатыу өсөн сәйәси диалогты нисегерәк ҡороу кәрәклеген хәл итәсәк. Сүриәләге хәл Владимир Путиндың Чехия президенты Милош Земан...

22 ноября 2017
Смотреть видео Башҡортостанда тәүге тапҡыр үҙенсәлекле операция яһалды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тәүге тапҡыр үҙенсәлекле операция яһалды

Германия профессоры Вольф Виланд етәкселегендә бәүел ҡыуығына операция эшләне. Бындай дауалау ысулын Рәсәйҙә беренсегә ҡулланалар. Элек бәүел тотмау ауырыуынан операция яһатыу өсөн дауаханала ике-өс аҙна ятырға тура килһә, хәҙер яман сирҙән бер тәүлек эсендә ҡотолорға  мөмкин. Яңы дауалау...

22 ноября 2017
«Ҡайышыңды эләктер» | ГТРК «Башкортостан»

«Ҡайышыңды эләктер»

Башҡортостандың юл хәрәкәте именлеге  Дәүләт инспекцияһы «Ҡайышыңды эләктер, Рәсәй!» бөтә Рәсәй социаль акцияһына ҡушылды.  Сара юл-транспорт ваҡиғалары эҙемтәләрен кәметеүгә, водителдәрҙең һәм пассажирҙарың хәүефһеҙлек ҡайыштарын һәм балалар өсөн махсус тотоусы ҡулайламаларҙы ҡулланыуҙы...

22 ноября 2017
Смотреть видео Бөгөн Өфөлә Шаҡша күперендәге аварияла ике кеше һәләк булды | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Өфөлә Шаҡша күперендәге аварияла ике кеше һәләк булды

6 кеше йәрәхәтләнгән. Ниссан Альмера водителе, әлегә билдәһеҙ сәбәптәр буйынса, тәүҙә тимер ҡоймаларға, һуңынан ҡаршы яҡтан килеүсе “Газель” микроавтобусына бәрелә. Шаһиттар водитель йоҡлап киткән, тип хәбәр итә. Был ҡот осҡос аварияла тере ҡалған пассажирҙарҙы ҡала даханаһына  килтергәндәр.

22 ноября 2017
Өфөлә “Юнармия” ағзалары арта | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Юнармия” ағзалары арта

Бөгөн баш ҡаланың 97-се мәктәбендә 51 уҡыусыны Рәсәйҙең Йәштәр армияһы мәктәбенә алдылар.Проектта ҡатнашҡан уҡыусылар фән менән генә шөғөлләнмәй. Улар төрлө түңәрәктәрҙә һәм махсус лагерҙарҙа спорт менөн булыша. Ә Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырғанда дөйөм балға өҫтәп Оборона министрлығы 30 бал ҡуша...

21 ноября 2017
Смотреть видео Кенәздәр юлһыҙ интегә | ГТРК «Башкортостан»

Кенәздәр юлһыҙ интегә

Биш йылға яҡын Шакша биҫтәһендәге Кенәз ауылында йәшәүселәр юл мәсьәләһен хәл итә алмай зарлана. Ун урамда соҡор –саҡырҙың күп булыуы арҡаһында һыу тула, һуңынан батҡаҡҡа әйләнә. Әллә күпме яҙылған ғаризанан һаман һөҙөмтә юҡ, ти улар. Район хакимиәте халыҡты борсоған һорауға нисек яуап ҡайтарған?...

21 ноября 2017
Алданған өлөшсөләрҙе хәҙер закон нигеҙендә яҡлау саралары бар | ГТРК «Башкортостан»

Алданған өлөшсөләрҙе хәҙер закон нигеҙендә яҡлау саралары бар

Рәсәйҙең 11 төбәге тәжрибәһе буйынса Башҡортостанда ла торлаҡ төҙөлөшөнә инвестиция индергән шәхси граждандар хоҡуҡтарын үтәүҙе талап иткән документ ғәмәлгә инде.Республикала әле өлөшсөләр иғәнәләре иҫәбенә төҙөлөш башлап төрлө сәбәпле туҡтатылған 29 майҙан теркәлгән. Алданған өлөшсөләр иҫәбендә...

21 ноября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сочи ҡалаһында Рәсәй президенты Владимир путин Сүриә президенты Башар Асад менән осрашты. Яҡтар фекеренсә, Сүриәлә хәрби операция тамамланғандан һуң сәйәси процестарға күсергә кәрәк. Башар Асад әйтеүенсә, Дамаск был йәһәттән Мәскәүҙә ҙур ышаныс бағлай. Ул террорға ҡаршы көрштә ярҙам күрһәткәне...

21 ноября 2017
Смотреть видео Тере килеш үлтергәндәр | ГТРК «Башкортостан»

Тере килеш үлтергәндәр

Өфөлә йәшәүсе Рима Ғәлиеваны ваҡытынан алда иҫәндәр исемлегенән алып ташлап, мәрхүмә яһағандар. Эйәһенең үлеме сәбәпле, документтары ғәмәлдән сыҡҡан, тиҙәр уға банкка кредит алырға мөрәжәғәт иткәндә.  Кеше тере, әммә документтар буйынса ул мәрхүм тип иҫәпләнә. Өфөлә йәшәүсе Рима Ғәлиева...

21 ноября 2017
Смотреть видео Аварияла кем ғәйепле? | ГТРК «Башкортостан»

Аварияла кем ғәйепле?

Был  һорауға криминалистар, тиҫтәләгән тикшереү үткәргәндән һуң, дөрөҫ яуап бирә ала. Бынан тыш, улар  йылына йөҙәрләгән енәйәтсене асыҡларға ярҙам итә. Был кадрҙар Өфөнөң Ғөбәйҙуллин урамынан. Ҡот осҡос аварияла ике йәйәүле ауыр йәрәхәт ала. Ғәйеплене видеояҙма буйынса асыҡлайҙар, ә күп...

21 ноября 2017
Шартлауҙан зыян күреүсе Сергей Кожевников дауахананан сыҡҡан | ГТРК «Башкортостан»

Шартлауҙан зыян күреүсе Сергей Кожевников дауахананан сыҡҡан

Өфөлә Армавир урамында машина шартлауҙан зыян күреүсе Сергей Кожевников дауахананан сыҡҡан. Элекк участка полиция хеҙмәткәре тере ҡалды, әммә уның ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн аяғын ҡырҡырға тура килде. Әлегә шартлау сәбәптәре билдәле түгел. Ошо хәлдән һуң күп тә үтмәй, Ишембайҙа ла машина шартланы....

21 ноября 2017
Смотреть видео Яңы үрҙәр, яңы бейеклектәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы үрҙәр, яңы бейеклектәр

Беҙҙең каналдың милли тапшырыуҙар бүлеге программаһы – “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуының Бөйөк Ватан һуғышында еңеү көнөнә арналған сығарылышы «Мәңгелек ут» фестиваленең махсус призына лайыҡ булды.  IX «Мәңгелек ут» халыҡ-ара телевизион хәрби-патриотик фильмдар һәм тапшырыуҙар фестивале...

20 ноября 2017
Смотреть видео Республика башлығы төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған студенттар менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған студенттар менән осрашты

Башҡортостанда инвалид студенттарҙы эшкә урынлаштырыу муниципалитеттар ҡарамағына тапшырыласаҡ. Был хаҡта бөгөн республика башлығы Халыҡ-ара һәм Рәсәй конкурстарында еңеү яулаған студенттар һәм уларҙың уҡытыусылары менән осрашыуҙа белдерҙе. 

20 ноября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка дәүләт департаменты Төнъяҡ Кореяға баҫым яһау өсөн 12 миллион доллар бүлә. Был аҡсаларҙы диңгеҙҙә йөктәр ташыуҙы, сауҙа операцияларын күҙәтеүгә алыуға тотоноу ҡарала. Вашингтон Пхеньяндың контрагенттары менән дә хеҙмәттәшлекте нығытырға ниәтләй. Рәсәйҙең күп функциялы радиолокацион...

20 ноября 2017
Смотреть видео Бал – һаулыҡ эликсиры | ГТРК «Башкортостан»

Бал – һаулыҡ эликсиры

Борон замандарҙан уҡ бал ҡортоноң ағыуын, прополисын, һитәһен, балын халыҡ медицинаһында киң ҡулланғандар. Бал ҡортон халыҡ табибы, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Бал ҡорто ер шарындағы иң боронғо, файҙалы, ғәжәйеп бөжәк. Уның балы ғына түгел, хатта ағыуы ла шифалы. Борон гректар бер-береһенә “һине...

17 ноября 2017
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика