Третья Всероссийская премия «Мобильный репортер года» - 1807544465 | ГТРК «Башкортостан»
Прямой эфир:
Смотреть Башкортостан 24 Смотреть Россия 24 Слушать и смотреть Радио Маяк Слушать и смотреть Радио России Башкортостан Слушать Радио Вести FM Слушать и смотреть Радио Ватан

Ошо минуттарҙа “Ватан” этнопаркында “Байрам менән, республика ” тигән сара үтә

Ошо минуттарҙа “Ватан” этнопаркында “Байрам менән, республика ” тигән  сара үтә. Унда беҙҙең ижади төркөм дә эшләй.  

Республика көнөн байрам итергә йыйылған халыҡты тәүгеләрҙән бөгөн Ватан этнопаркы ҡаршыланы.  Әле бында күңелле концерт бара. Тамашасыларҙы танылған ижад коллективтары, билдәле башҡарыусылар тәбрикләй. 

Өфө һәм башҡала ҡунаҡтары күптән яратып өлгөргән Ватан этнопаркында бер нисә майҙансыҡ асыҡ. Уйын, аш-һыу, сауҙа, китапхана. Барыһы ла асыҡ һауала. Халыҡ көндөң һалҡынлығына ҡарамаҫтан күтәренке кәйефтә. Дуҫлыҡ, татыулыҡ, аралашыу, күңел асыу өсөн шул да етә.

Салауат Юлаев исемендәге майҙанда иһә спорт һәм күңелле ял саралары ойошторолдо. Спортсылар күрһәтмә сығыштар менән һөйөндөрһә, ярыштар һәм конкурстарҙа теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ошонда уҡ хеҙмәт һәм оборонаға әҙерлек нормаларын тапшырырға мөмкин.

Байрам уңайынан күмәк саралар республика ҡала-райондарында, Өфөнөң башҡа майҙандарында ла бөгөн кискә тиклем дауам итә. Ғәҙәттәгесә салют булмаһа ла, ватандаштарыбыҙ һәм ҡунаҡтар өсөн 11-се октябрь ысын  халыҡ байрамына әүерелеп, матур тәьҫораттар ҡалдыраһында шик юҡ. 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Башҡортостанда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы уңышлы эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы уңышлы эшләй

Проект менән Рәсәй төбәктәре лә ҡыҙыҡһына.  Башҡортостан хөкүмәтендә уҙған Президиум ултырышында программа 2030-сы йылға тиклем дауам итәсәк, тип билдәләнде. Уға ярашлы, документтың эшмәкәрлек итеү даирәләре киңәйә һәм проект 10 йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ. Йәғни, халыҡтың күберәк...

19 сентября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты Венгрия етәксеһе Виктор Орбан менән осрашты. Владимир Путин  әйтеүенсә, ике ил араһында тауар әйләнеше, Европа берлегенең санкцияларына ҡарамаҫтан, тәүге ярты йылда ғына 30 процентҡа артҡан. Венгрия етәксеһе ике ил араһында финанстар һәм энергетика өлкәһендә бәйләнештәрҙе...

19 сентября 2018
Смотреть видео Яңы депутаттарға тантаналы рәүештә танытмалар тапшырыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Яңы депутаттарға тантаналы рәүештә танытмалар тапшырыласаҡ

Әле Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ниндәй эштәр атҡарыла, яңы һайланған депутаттар ниндәй маҡсаттар менән йәшәй? Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың элекке вице-спикеры бүлмәһен бушатырға әҙерләнә. Хәҙер бында яңы һайланған депутат эшләйәсәк. Шағирә үҙе менән китаптарын, журналдар, докладтар һәм ҡулъяҙмаларын...

19 сентября 2018
Смотреть видео Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың тәүге ултырышы 28 сентябргә билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың тәүге ултырышы 28 сентябргә билдәләнде

Республика башлығы Рөстәм зәки улы ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы.Республика парламентына депутат мандаттарын алты партия вәкилдәре алды. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенән 79, Рәсәй Коммунистар партияһынан - 15, ЛДПР-ҙан 7, Ғәҙел Рәсәйҙән-5, Рәсәй патриоттарынан-2, Йәшеләр фирҡәһенән 1 һәм үҙ-үҙен...

19 сентября 2018
Смотреть видео Башҡортостан кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлдарын тикшереү үҙәгенә әйләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлдарын тикшереү үҙәгенә әйләнә

Беҙгә кесе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итергә кәрәк. Был турала мәскәүҙә ТАСС агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Республика башлығы белдерҙе. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика  төбәк тулайым продуктының 30 проценты кесе һәм урта бизнесҡа тура килә, шул уҡ ваҡытта экспортҡа сығарылған...

19 сентября 2018
Смотреть видео Үтенес кире ҡағылды | ГТРК «Башкортостан»

Үтенес кире ҡағылды

Бөгөн республика юғары суды ришүәт алыуҙа ғәйепләнеүсе прокурорҙың аппелеция ғаризаһын тикшерҙе. Өфөнөң Киров районы суды үткән аҙнала уны ике айға һаҡ аҫтына алыу ҡарарын сығарғайны. Хәбәрсебеҙ ғәзиз Лоҡманов беҙҙең студия менән тура эфирға сыға.

19 сентября 2018
Смотреть видео Башҡорт театрына Хөкүмәт премияһы тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт театрына Хөкүмәт премияһы тапшырылды

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына Хөкүмәт премияһы тапшырылды. Федор Волков исемендәге награда профессиональ сәнғәтте үҫтереүгә көс һалған алдынғы коллективтарға тапшырыла. Премияны йыл һайын иң күбе 3 театр ала, уға 100 мең һумлыҡ аҡсалата дәртләндереү ҙә ҡаралған....

18 сентября 2018
Смотреть видео Өфө студенттары күреү мөмкинлегенән мәхрүмдәр өсөн донъяны аса | ГТРК «Башкортостан»

Өфө студенттары күреү мөмкинлегенән мәхрүмдәр өсөн донъяны аса

Улар баш ҡалалағы билдәле биналарҙың макеттарын төҙөй. Һуҡырҙар уларға ҡағылып таныша, экскурсия ҡыла ала. Студенттар проектты артабан үҫтереүгә 200 мең һумлыҡ грант та алған. Тағы ла ПВХ, пластик, биналарҙың макеттарын эшләүҙә төҙөлөштә ҡулланылған материалдарҙың барыһы ла тиерлек файҙаланыла....

18 сентября 2018
Смотреть видео Балалар поликлиникаларына  400 миллион һум | ГТРК «Башкортостан»

Балалар поликлиникаларына 400 миллион һум

Башҡортостанда балалар поликлиникаларын ҡорамалдар менән өҫтәмә йыһазландырыуға яҡынса 400 миллион һум аҡса бүленә. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 292 миллион һум, республика ҡаҙнаһынан 108 миллион һум аҡса бүленә. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был сара тәүге...

18 сентября 2018
Смотреть видео Күп балалы ғаиләләргә ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Күп балалы ғаиләләргә ярҙам

Киләһе йылдан Башҡортостанда өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙары тыуған ғаиләләргә федераль бюджеттан да ярҙам ҡаралған. Әгәр быға тиклем төбәктәр өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙары тыуған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә — 70, ә федераль үҙәк 30 процент бүлһә, киләһе йылдан был тәртип киреһенсәгә үҙгәрә. Шуға...

18 сентября 2018
Смотреть видео Демографик хәлде яҡшыртыуға 15 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә | ГТРК «Башкортостан»

Демографик хәлде яҡшыртыуға 15 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығынанан хәбәр итеүҙәренсә, аҡса демографик хәлде яҡшыртыуҙан тыш, Рәсәй Президентының «май» Указдарын тормошҡа ашырыу барышында хеҙмәт мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә, республикала уңайлы инвестиция мөхите булдырыуға, дәүләт милкен файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген...

18 сентября 2018
Смотреть видео Өфөлә йәмәғәт транспортына юл хаҡы артты | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәмәғәт транспортына юл хаҡы артты

Баш ҡаланың ҡайһы бер маршрут автобустарында хәҙер 30 һум түләргә тура килә. Быны бензинға хаҡтар артыуы менән аңлаталар. Мәҫәлән, Дим биҫтәһенә хаҡы быға тиклем 25 һум торһа, 15 сентябрҙән ул 30 - ға етте. Биҫтәнең үҫеүе, күпселек халыҡтың Өфөлә эшләүен иҫәпкә алғанда, был яңылыҡ пассажирҙарҙы...

18 сентября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй һәм Төркиә 15-се октябргә тиклем Сүриәнең Идлиб виләйәтендә хөкүмәт ғәскәрҙәре һәм ҡораллы оппозиция араһында махсус биләмә булдырырға һөйләшеп килеште.  Владимир Путин менән Рәжәп Эрдоган араһындағы һөйләшеүҙәрҙең төп һөҙөмтәһе шунан ғибәрәт. Хәбәрселәр алдында сығыш яһап Рәсәй...

18 сентября 2018
Смотреть видео Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә ТАСС агентлығында хәбәрселәр менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә ТАСС агентлығында хәбәрселәр менән осрашты

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Мәскәүҙә ТАСС агентлығында Рәсәй һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре менән осраша. Ул ШОС һәм БРИКС илдәренең  Өфөлә үтәсәк бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумына арнала. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, эшҡыуарлыҡ иҡтисадты яңы кимәлгә сығара ала. ШОС...

18 сентября 2018
Смотреть видео Теүәл ун йыл элек Башҡортостандың Дәүләт гимнының һүҙҙәре ҡабул ителде | ГТРК «Башкортостан»

Теүәл ун йыл элек Башҡортостандың Дәүләт гимнының һүҙҙәре ҡабул ителде

Ун биш йыл Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Иҙрисов ижад иткән гимн көйө һүҙһеҙ генә яңғыраны, ә  2008 йылда көйгә Башҡортостандың  атҡаҙанған фән эшмәкәре, шағир Рәшит Шәкүр һәм  Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбай һүҙҙәре ҡушылып, республикабыҙҙың дәүләт символы тулыланды....

18 сентября 2018
Смотреть видео Ут һүндерелде, ауылдарға ҡурҡыныс янамай | ГТРК «Башкортостан»

Ут һүндерелде, ауылдарға ҡурҡыныс янамай

Ырымбур өлкәһендә сыҡҡан дала янғынын ике төбәк сигендә урынлашҡан ауылдарға янамай. Был хаҡта бөгөн Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр иттеләр. Ҡоро үлән янып китеү сәбәпле кисә Медногорск ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл индерелгәйне. Ут Ейәнсура районы сигендә урынлашҡан бер-нисә...

18 сентября 2018
Смотреть видео Цифралы десант Баймаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Цифралы десант Баймаҡта

Рәсәй-Башҡортостан каналының “Цифралы десанты” республика буйлап үҙенең сәйәхәтен дауам итә. “Башҡортостан” дәүләт теллерадиокомпанияһы һәм РТРС хеҙмәткәрҙәре Баймаҡҡа барып, цифралы телевидениеның үҙенсәлектәре менән урындағы халыҡты таныштырҙы. «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалының цифралы десанты...

17 сентября 2018
Смотреть видео Республикала картуф йыйыу миҙгеле башланды | ГТРК «Башкортостан»

Республикала картуф йыйыу миҙгеле башланды

Хужалыҡтар быйылғы уңыш үткән йылдарҙағынан күпкә мулыраҡ, тип белдерә. Быйыл Башҡортостанда 60 меңгә яҡын гектарҙа картуф сәселгән. Дания һәм Эрнест Кәримовтар өсөн картуф сәсеү һәм уны йыйып алыу айырым бер йолаға әйәләнгән. Улар йылда бер төптән кәм тигәндә 10-ға яғын картуф ала. Уның сере...

17 сентября 2018
Смотреть видео Башҡортостанда һөт тармағын үҫтереү программаһы раҫланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда һөт тармағын үҫтереү программаһы раҫланды

Программа 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уны тормошҡа ашырыуға 37 миллиард һум аҡса йәлеп ителә, уның– 35  миллиард һумы – бюджеттан тыш сығанаҡтарға тура килә. Программа республика баҙарын урындағы һөт ризыҡтары менән тәьмин итеүҙе арттырыуға булышлыҡ  итер, тип көтөлә. Төбәктә 20-...

17 сентября 2018
Смотреть видео Башҡортостан – Рәсәйҙә тауар балы етештереү буйынса беренсе урында | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан – Рәсәйҙә тауар балы етештереү буйынса беренсе урында

Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов 2021 йылда умартасылыҡ буйынса «Апимондия» халыҡ-ара конгресына әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә белдерҙе. . Республикала 350 мең күс иҫәпләнә, йыл һайын 5-6 мең тонна тауар балы етештерелә. Ул илебеҙҙә етештерелгән бөтә тауар балының һигеҙ проценты...

17 сентября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

“Мангхут” дауылы Ҡытайға ябырылды. Гонконгта 900 авиарейс кисектерелгән. Макаола диңгеҙ, һауа транспорты хәрәкәте туҡтатылған. Тайфун сәбәпле, шулай уҡ Макаола тарихта тәүге тапҡыр уйын автоматтары салондары ябылған. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ел тиҙлеге сәғәтенә 205 километрға етә....

17 сентября 2018
Смотреть видео Башҡортостанда эшһеҙҙәр кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эшһеҙҙәр кәмегән

Башҡортостанда эшһеҙлек 2013 йыл менән сағыштырғанда биш тапҡырға кәмегән. Был хаҡта республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәрендә 50 мең буш эш урыны тәҡдим ителә. Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәлен яҡшрытыу буйынса етди саралар күрелә...

17 сентября 2018
Смотреть видео Башҡортостанда онкологиянан үлем осраҡтары артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда онкологиянан үлем осраҡтары артҡан

 Республикала яман шештән вафат булыусылар һаны 7% артҡан.Илдең 30 төбәгендә был ауырыуға бәйле хәл киҫкен булып ҡала. Белгестәр  фекеренсә, онкологиянан үлем осраҡтары артыуының сәбәбе — махсус медицина ярҙамының аҙ булыуына бәйле.

17 сентября 2018
Смотреть видео Башгидрометүҙәк Агиҙел йылғаһының һайайыуы тураһында иҫкәртә | ГТРК «Башкортостан»

Башгидрометүҙәк Агиҙел йылғаһының һайайыуы тураһында иҫкәртә

Йылғаның кимәле 10 көн дауамында 120 сантиметрға төшкән. Бындай хәл 2012 йылдың сентябрь айында теркәлгәйне. Унда Ағиҙел 161 сантиметрға тиклемге кимәлгә еткәйне. Әле һыуһаҡлағыстарҙа һыу бар. Предприятиялар ғәҙәттәге режимда эшләй. Әгәр ҙә һауа шарттары ошолай була ҡалһа, Ағиҙелдең кимәле тағы ла...

17 сентября 2018
Смотреть видео Бөрйән районында 3 гектарҙан ашыу майҙанда урман яна | ГТРК «Башкортостан»

Бөрйән районында 3 гектарҙан ашыу майҙанда урман яна

Бөгөн алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ут һүндерелмәгән. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәбиғи янғындар хәүефе тураһында бынан бер-нисә көн элек үк иҫкәрткәйне. 15 сентябрҙән Башҡортостанда 5 класлы янғын хәүефе иғлан ителгән, төбәктә янғын сығыу ихтималлығы 20 сентябргә...

17 сентября 2018
Смотреть видео 45 әсәгә "Әсәлек даны" миҙалы тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

45 әсәгә "Әсәлек даны" миҙалы тапшырылды

Бөгөн Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәк башлығы Рөстәм Зәки улы исеменән 45 әсәгә "Әсәлек даны" миҙалын тапшырҙы. Әсә булыу бәхетен тойоп йәшәгән һәм башҡа йәш әсәләргә, ҡыҙ-ҡырҡынға өлгө булған ҡатындар залда. Уларҙың һәр береһе тормош мәғәнәһен бала тәрбиәләүҙә...

14 сентября 2018
Смотреть видео Цифралы десант Баймаҡта  | ГТРК «Башкортостан»

Цифралы десант Баймаҡта

Рәсәй-Башҡортостан каналының “Цифралы десанты” республика буйлап үҙенең сәйәхәтен дауам итә. Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт теллерадиокомпанияһы һәм РТРС хеҙмәткәрҙәре Баймаҡҡа барып, цифралы телевидениеның үҙенсәлектәре менән урындағы халыҡты таныштырасаҡ.

14 сентября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Көнсығыш хәрби округы биләмәһендә рәсәй Ҡораллы көстәренең “Көнсығыш-2018” тип аталған күнекмәләре үтә. Маневрҙарҙың өсөнсө көнөндә Рәсәй һәм Ҡытай десантсылары вертолеттан  төшөп шартлы дошмандың позицияларын утҡа тотто. Рәсәй, Ҡытай, Монголия Ҡораллы көстәренең “Көнсығыш-2018” ...

14 сентября 2018
Смотреть видео Ер һатып алып йорт төҙөргәме әллә әҙер яңы фатирға күсергәме? | ГТРК «Башкортостан»

Ер һатып алып йорт төҙөргәме әллә әҙер яңы фатирға күсергәме?

Был һорау хәҙер күп ғаиләләрҙе борсой. Быйыл ғинуарҙан алып июлгә тиклем генә Башҡортостан халҡы 29 меңдән артыҡ торлаҡ кредитын рәсмилләштергән. Халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн ниндәй саралар күрелә? Нурмөхәмәтовтар ғаиләһе быға тиклем эш урынынан бирелгән фатирҙа йәшәгән. Балалары ...

14 сентября 2018
Смотреть видео Киләһе аҙнанан Башҡортостанда көндәрҙе һыуытасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Киләһе аҙнанан Башҡортостанда көндәрҙе һыуытасаҡ

Аҙна уртаһынан һауа температураһы 10 градусҡа тиклем төшәсәк. Ямғыр яуасаҡ. Ял көндәре 22 һәм 23 сентябрҙә тағы ла нығыраҡ һыуытасаҡ, тип хәбәр итә синоптиктар.

14 сентября 2018
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика