Өфөлә Ҡытай республикаһының Аньхой провинцияһы делегацияһы менән осрашыуҙар дауам итә

Өфөлә Ҡытай республикаһының Аньхой провинцияһы делегацияһы менән осрашыуҙар дауам итә.

Төбәк-ара хеҙмәттәшлек ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға тос өлөш индерә. Башҡортостан Волга Янцзы халыҡ-ара хеҙмәттәшлек  төркөмө килешеүҙәренә ярашлы, Ҡытайҙың байтаҡ провинциялары менән эшләй. Бөгөнгә теркәлгән 100 килешеүҙең алтмышы иҡтисад, ҡырҡы-гуманитар йүнәлештәге эшмәкәрлек менән бәйле. Аньхой провинцияһы Башҡортостан өсөн һуңғы йылдарҙа әүҙем үҫеш өлгөһө күрһәткән төбәк булараҡ ҡыҙыҡлы. Шуға ла уның менән төрлө форматта хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре барлана. 

Яндекс.Метрика