Хәҙер Башҡортостанда эре хужалыҡтар ғына түгел, ә фермерҙар лимузин тоҡомло мал аҫрап, уларҙы үҙҙәре үрсетә

Хәҙер Башҡортостанда эре хужалыҡтар ғына түгел, ә фермерҙар лимузин тоҡомло мал аҫрап, уларҙы үҙҙәре үрсетә. Балаҡатай районында йәшәүсе Илдар Миңлебаев 2011 йылдан алып малсылыҡ менән шөғөлләнә. Көрсөк булыуына ҡарамаҫтан ошо арауыҡ эсендә йүнсел тоҡомло һыйырҙар һанын арттырырға ирешкән. Быға дәүләт тарафынан бүленгән субцидия ла ярҙам иткән. Фермер Илдар Миңлебаев һыйырҙарын кәртә-ҡураға индерергә йыйынмай. Сөнки, лимузин тоҡомло һәүкәштәр һалҡынға түҙемле һәм урындағы климатҡа күптән өйрәнгән. Францияла сығарылған был ҡиммәтле малҡайҙарҙы ғәҙәттә ит өсөн үрсетәләр. Әммә, Башҡортостанда әлегә мәрмәргә оҡшаш иткә өйрәнмәгәндәр. Эш асҡанда фермер үҙ аҡсаһына лимузин тоҡомло 13 баш һыйыр һәм 1 үгеҙ һатып ала. Күпмелер ваҡыт малдарҙы арттырғас, 2014 йылда ғаиләһе менән „Яңы эш башлаусы фермер„ программаһында ҡатнаша һәм ҙур күләмдә грантҡа эйә була. Был аҡсаға йәнә лимузин тоҡомло 17 баш быуаҙ һыйыр һәм бер үгеҙ һатып ала.  Ауыл уңғанының хәҙер 80-гә яҡын малы бар. Уларҙы аҫырау өсөн йүнсел элекке совхоз фермаһын алып, тәртипкә килтергән. Ҡурала үҙе үҫтергән үгеҙҙәр ауырлыҡ йыя.Грантҡа алынған лимузин тоҡомло һыйырҙар 5 айҙан быҙаулай. Был үгеҙҙәргә хәҙер 1 йәш. Улар лимузин тоҡомло булғас хужалыҡ етәксеһе сит ил исемдәре ҡушҡан. Мәҫәлән, быныһы Барон, ә быныһы Майкл. Ғәғәттә, лимузин тоҡомло 7-8 айлыҡ быҙауҙарҙың ауырлығы 250-300 килограмм була. Малҡайҙарҙы яҡшылап ашатҡанда, 16 айҙан улар ярты тоннаға етә. Ә артабан үҫтергәндә һыйырҙар 600 килограмм тирәһе, ә үгеҙҙәр тонна 200-гә етә.Лимузин тоҡомло мал түшкәһенең 80 проценты ит. Йәғни, ауыл кешеләренә уны иткә үрсетеүе отошло. Тик, Башҡортостан предприятиелары мәрмәр итен күпләп алырға теләмәй. Шуға күрә, Илдар Миңлебаев ит продукцияһын Свердловск һәм Силәбе өлкәләренә оҙата. Артабан ул мал башын 150-лә еткерергә планлаштыра.



Последние новости

Яндекс.Метрика