Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсәй һәм Сүриә хәрбиҙәре бөгөн башланасаҡ гуманитар тәнәфес алдынан Алеппола террорсылар позицияларын утҡа тотоуҙы туҡтатты. Әммә террорсылар ҡаланың көнбайышында йыш ҡына ут аса. Ошо сәбәпле көн һайын тыныс халыҡ һәләк була. Әль-Йәмилә районында ғына бер көндө 3 кешенең ғүмере өҙөлгән, 28 кеше яраланған.

Мосулды “Ислам дәүләте” һуғышсыларынан азат итеү буйынса операция халыҡты үҙ йорттарын ҡалдырып китергә мәэбүр итә. Халыҡ-ара ойошмалар ҡалала гуманитар һәләкәткә борсолоу белдерә. Сөнки кешеләр хәрби хәрәкәттәр барған урындарҙан ҡасып пулялар аҫтында ҡала. Белгестәр фаразлауынса, Европа тиҙҙән Ғыйраҡтан киткән ҡасаҡтар менән туласаҡ.

Филлипиндар президенты Ҡытайға эш сәфәре ваҡытында Америка менән хушлашырға ваҡыт етте, тип белдерҙе. Чейнел Ньюс Азия порталы хәбәр итеүенсә,  Родриго Дутертеның был аҙымы Ҡытай менән яҡынайыу курсын башлауға ишара. Филлипиндар башлығы шулай уҡ бынан ары Америкаға бармаясағын да хәбәр иткән.

Рәсәйҙең мини-яутбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы Тегеранда Ирандың милли командаһы менән иптәштәрсә осрашыу үткәргән. Был уйындарҙа майҙан хужалары ғына түгел, Рәсәй спортсылары ла хиджаб ябынған. 



Последние новости

Яндекс.Метрика