Юлһыҙлыҡ бәләһе

Беҙҙең редакцияға Өфө районындағы Суровка ауылында йәшәүселәр мөрәжәғәт итте. Бер нисә ғаилә күптән инде юлһыҙ интегә, шул уҡ ваҡытта күршеләрҙең урам алдында яңы ғына түшәлгән ҡырсынташ та бар, тиҙҙән асфальт та һалырға вәғәҙәләйҙәр. Хакимиәт кешеләренән бындай ҡарар ишетеү Шишмә урамында йәшәүселәрҙе аптырашҡа һала. Ә бит бында инвалидтар ҙа, йәш балалалы ғаиләләр ҙә пенсионерҙар ҙа бар. Урамға сығыу улар өсөн көн дә оло бер һынауға әүерелә. Быйыл яҙ күршеләр берләшеп юл мәсьәләһен үҙҙәре хәл итергә тотона. һәр йорттан 15-16-ар мең аҡса туплап ҡойоло юлға төҙөлөш ҡалдыҡтары түктерәләр. Юл бик үк тигеҙләнмәһә лә йөрөрлөк. Ә көҙгә ҡарай был урамда ҡырсынташ буласағын ишеткәс тағы ҡыуаналар, тик өмөттөр бушҡа була. Яңы юл был 5 йорт хужаһын урап үтә, дөрөҫөрәге улар йәшәгән тыҡырыҡҡа инмәйенсә урамдың төп һыҙатында ғына яңыртыла. Кәмһетелгән күршеләр ялыуҙар яҙып төрлө инстанциялар ишеген шаҡый башлай. Урындағы хакимиәттә был мәсьәлә менән яҡшы таныштар. Тик улар бер нимә лә эшләй алмауҙарын таный, сөнки ауыл биләмәһен үҫтереү проектында был 5 йортҡа илткән юл бөтөнләй юҡ. Сөнки ул йорттар ҙа төп урамда булған участканан бүленеп айырым төҙөлгән. Һәм закон буйынса уларға инеү юлын да ерен бүлеп һатыусы милексе бирергә тейеш. Камилһыҙ закондар ҡорбанына әүерелгән 5 ғаиләгә хакимиәт үҙ иҫәбенә  юл һалдырырға вәғәҙә бирҙе. Шулай ҙа ер йә әҙер йорт һатып алғанда уның төп урамдамы әллә кәрт артындамы  икәненә иғтибар итергә кәрәк. Юғиһә бөтә коммуникацияны ла үҙ иҫәбеңә эшләргә тура киләсәк.



Последние новости

Яндекс.Метрика