Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа һаҡ булырға саҡыра

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа һаҡ булырға саҡыра.

Һуңғы аҙнала йәйүлеләрҙе тапатыу осраҡтары ҡапыл артҡан. Был, тәү сиратта, көндәрҙең ҡыҫҡарыуына һәм иртәле-кисле юлдарҙа боҙлауыҡ булыуға бәйле. Ҡайһы бер водителдәргә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк. Өфөлә Фольксваген водителе светофорҙың ҡыҙыл утын инҡар итеп троллейбусҡа килеп бәрелгән. Пассажирҙар араһында йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Хәҙер инде сит ил машинаһы водителенә ни өсөн ҡағиҙә боҙоуын аңлатырға тура киләсәк.



Последние новости

Яндекс.Метрика