Бөгөн күп балалы 48 әсәгә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды

Бөгөн күп балалы 48 әсәгә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды.

Республикала 1998-се йылда раҫланған „Әсәлек даны„ миҙалы бөгөнгә Башҡортостанда йәшәгән 12 меңгә яҡын әсә күкрәген  биҙәй. Бөгөн йәнә биш тиҫтәгә яҡын күп балалы әсәгә дәүләт наградаһы тапшырылды. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Салауат Сәғитов гүзәл заттарҙы тәбрикләп, „Әсәлек даны„ миҙалы барыһынан да үҙенсәлеге менән айырыла. Батырлыҡ, оҫталыҡ, һәләт кенә кенә түгел, ул әсә кешенең оло йөрәген таныу билдәһе, тине. Бүләкләнгән ханымдарҙың барыһы ла биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләй. Улар араһында әсә, хужабикә бурысын һөнәри эшмәкәрлек менән йәнәш үтәгәндәр байтаҡ. Белорет районында почта элемтәһендә хеҙмәт иткән Ләйсән Сәйетова иһә биш бала ҡараған арала юғары белем алырға ла өлгөргән, бөгөн диплом яҡларға ашыға. Ә Әбйәлилдән алты бала әсәһе Зөлфиә Ғиниәтуллина ауыл мәктәбендә балаларға белем бирә. Әсәлек даны миҙалын улар оло тулҡынланыу менән һәм һөйөнөп ҡабул итә.



Последние новости

Яндекс.Метрика