Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров Америка дәүләт секретары Джон Керри менән телефон аша һөйләшкәндә Алеппола террорсылар тыныс халыҡҡа һуғыш барған биләмәләрҙән сығырға мөмкинлек бирмәй, тип белдергән. Был террор төркөмсәләренә баҫым яһарға теләмәгән Ҡушма Штаттар булдыҡһыҙлығына ишара. Махсус гуманитар коридор аша үтергә теләгәндәрҙе террорсылар атып үлтереү менән ҡурҡыта.

Венесуэланың милли һайлау шураһы ил президенты Николас Мадуроны вазифаһынан бушатыу буйынса референдумға әҙерлекте туҡтатты. Ассошейтед пресс хәбәр итеүенсә, дәүләт суды мөһим сараға әҙерлек барышында мутлашыу осраҡтарын асыҡлаған. Мадуро вазифаһынан бушатыу мәсьәләһе ноябрь аҙаҡтарында тағы ла көн тәртибенә ҡуйыла.

Японияла ер тетрәгән. Рихтер шкалаһы буйынса уның көсө 6 ярым магнитуданан артып киткән. Илдең матбуғат саралары цунами барлыҡҡа килеү ихтималлығы юҡ тип белдерә. Һәләк булыусылар тураһында хәбәр ителмәй..

Рәсәйҙең мини-яутбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы Тегеранда Ирандың милли командаһы менән иптәштәрсә осрашыу үткәргән. Был уйындарҙа майҙан хужалары ғына түгел, Рәсәй спортсылары ла хиджаб ябынған. 



Последние новости

Яндекс.Метрика