Беҙҙең телеканалдың милли тапшырыуҙар редакцияһы “Алтын бишек” акцияһына йомғаҡ яһаны

Беҙҙең телеканалдың милли тапшырыуҙар редакцияһы “Алтын бишек” акцияһына йомғаҡ яһаны.

 Үткән шәмбе Ҡырғыҙ-Миәкәлә республиканың иң матур ауылын асыҡлау бәйгеһендә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Ошо гүзәл ваҡиға тураһында хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева.”Интерактив”төшөнсәһе аралашыуҙың бер ысулын тасуирлай. Мәғлүмәт дәүерендә телевидениены тапшырыу ғына ҡәнәғәтләндермәй, ҡабул итеүсенең теләге менән кәйефе лә борсой. “Алтын бишек” акцияһын иғлан иткәндә, тәү сиратта, ошо хаҡта уйланыҡ. Тамашасы менән берҙәм эш итеү өсөн һәр кем күңеленә иң яҡын — тыуған төйәк темаһын алыуыбыҙ ҙа осраҡлы түгел. Ҡырғыҙ-Миәкәләге ваҡиға уйыбыҙҙың хаҡ сығыуын йәнә бер иҫбатланы. Сафар ауылының еңеүен бар Миәкә районы туйланы, тиһәк дөрөҫөрәк булмаҫ. Район мәҙәниәт һарайына алтын бишегенә дан йырлап бәйге дипломдарына лайыҡ Дәүләкән, Баймаҡ, Мәләүез райондары вәкилдәре лә, акцияла ҡатнашҡан һәр ауылдың көйәрмәндәренә әйләнгән хәбәрсе, оператор, режиссер, алып барыусылар ҙа, яҡташтарын тәбрикләү теләге менән янған сәнғәт әһелдәре лә йыйылды. Сафарҙың шундай мәртәбәле конкурста ҡатнашҡаны билдәле булғас ғүмере ошо ауыл менән бәйле һәр кем яҡташтарын дәртләндерергә ашыҡты. Ошо рәсемдәр авторы Рафаэль Абдулов та үҙе тыуған ауыл халҡын тәбрикләп ижади эштәренән күргәҙмә яһаған.Тиҫтәләгән бәйгесе араһында тап Сафарҙың еңеүен ауыл кешеләренең берҙәмлегендә күрҙек. Бүләкләү тантанаһын район күләменә сығарып, Миәкә халҡы ошо берҙәмлекте республика кимәлендә нығытты.Бәйгелә еңеүсе булғас, еңелгәндәр ҙә бар, тигән фекер әйтеүселәр осраманы. Иң матур ауыл исеменә дәғүә иткән Иҫке Яппар, Темәҫ, Йомаҡ  вәкилдәре ярыштың ғәҙел икәнлеген генә таныны. Уның яңы үрҙәргә этәргес, кешеләргә дәрт өҫтәүен дәлилләне.Үҙ сиратыбыҙҙа татыулыҡ, уңғанлыҡ, өмөтлө ҡараш өлгөһө булырҙай ауылдар, ғаиләләр, йүнселдәр тураһында телевидение тапшырыуҙары аша хәбәр итеп, ыңғай тәжрибә таратып торорға һүҙ бирҙек. Вәғәҙәләрҙе ҡеүәтләр дуҫтар барҙа ,”Алтын бишек” бәйгеһен дауам итергә лә, яңы ҡыҙыҡлы акциялар ойошторорға ла мөмкин. Берҙәм эш итергә килешкәс, бәйләнештәрҙе өҙмәй, тамашасыларҙың көнүҙәк тәҡдимдәрен тапшырыу әҙерләүселәрҙең һөнәри оҫталығына ҡабатлап, алтын бишеккә бәрәбәр төйәгебеҙҙе “Хәйерле иртә, республика”, тип көн һайын сәләмләр мәл дә яҡынлаша. Беренсе ноябрҙән Рәсәй телеканалында милли редакция тапшырыуҙары аҙнаһына биш тапҡыр эфирға сыға башлай. Яҙығыҙ, шылтыратығыҙ, ҡатнашығыҙ. Бәйләнештә булайыҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика