Үҙәк хәрби округҡа ҡараған гарнизондарҙа был көндәрҙә махсус уҡыуҙар үтә

Үҙәк хәрби округҡа ҡараған гарнизондарҙа был көндәрҙә махсус уҡыуҙар үтә.

Ун биш көнлөк курстарға хәрби водителдәр йәлеп ителгән. Шоферҙарҙың белемен генә түгел, ә транспорт сараһы менән идара итеүҙә оҫталығын камиллаштырыу төп бурыстарҙың береһе.Өфөләге курстарға йыйылған водителдәрҙең барыһы ла кәм игәндә лә ун, ун биш йыл хәрби частәрҙә хеҙмәт итә. Улар төрлө локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар ғына түгел, ә ШОС һәм БРИКС саммиттарын барышында юғары ҡунаҡтар именлеген тәьмин итеүҙә лә яуаплы эштәр башҡарған. Ырымбур өлкәһенән килгән Илнур Хәсәнов, мәҫәлән, машина менән идара итеүҙең һәр серен, һәм баҫҡысын белә. Хәрби шарттарҙа транспорт менән идара итеүсенең оҫталығы  башҡарылған операция уңышының илле процентына тиң. Инструкторҙар бөгөн уларҙың машина йөрөтөүөнә баһа ғына бирмәй,  киреһенсә, трансопрт йөрөтөүҙө тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреү юлдарын асыҡлай. Бындай уҡыуҙар Рәсәй Ҡораллы көстәре өсөн яңылыҡ түгел. Яңыраҡ махсус дәрестәр Новосибирский гарнизонында уҙғарылһа, күнекмәләрҙең сираттағы урыны итеп Өфө һайланды.  Махсус курстар машина йөрөтөү оҫталығын камиллаштырыу менән генә тамамланмай. Водителдәр бөгөн махсус тест һорауҙарына ла яуап бирә. Тап уның һөҙөмтәләре буйынса хәрби шоферҙарға айырым таныҡлыҡ тапшырыла. Хәрби водителдәр иғтибары һәр ваҡыт юлда булырға тейеш. Сөнки, уларҙың эше тап операция уңышы менән тамамланған. Уҡыуҙар иһә биш йыл буйына бара.



Последние новости

Яндекс.Метрика