Өфөлә яңы хакимиәт башлығы билдәләнде

Өфөлә яңы хакимиәт башлығы билдәләнде.

Башҡала советы депутаттары хакимиәт башлығы вазифаһын биләүгә дәғүә иткән 3 кандидат араһынан Ирек Ялаловты бер тауыштан һайланы.Ирек Ишмөхәмәт улын яңынан биш йылға Өфө хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеүе менән республика башлығы Рөстәм Хәмитов тәбрикләне. Башҡаланың бөгөнгө иҡтисади күрһәткестәрен һәм социаль ҡаҙаныштарын билдәләп, Рөстәм Зәки улы “Беҙ Өфөнөң үҫешен тәьмин итер өҫтөн йүнәлештәрҙе аныҡларға бурыслы”, тип белдерҙе. Республиканың башҡалаһы заманса йөҙ алырға һәм шулай уҡ тарихи ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалырға,  урбанизация ҡанундарын үҙенә буйһондороп, кешеләр өсөн уңайлы, инвесторҙар өсөн ҡыҙыҡлы төбәккә әйләнергә тейеш, тине республика башлығы.  



Последние новости

Яндекс.Метрика